Бөтә яңылыҡтар

Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамға мохтаж

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн дәүләт ярҙамы программаһы тураһында уйларға вәғәҙә бирҙе.

Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн дәүләт ярҙамы программаһы тураһында уйларға вәғәҙә бирҙе.
Урындарҙа был өлкәлә кадрҙарға ҡытлыҡ хаҡында “Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының VIII съезында халыҡ артисы, “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проектының Йәмәғәт советы рәйесе Александр Кузьменко белдерҙе.
“Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарында төрлө яҡшы программалар эшләй. Ауыл мәҙәниәте лә шундай дәүләт ярҙамына мохтаж”, – тине ул.
“Ысынлап та, бик мөһим мәсьәлә күтәрҙегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Райондарҙа булғанда мәҙәниәт йорттарына мотлаҡ инеп сығам. Байтаҡ урында биналар иҫке, әммә улар шундай йылылыҡ, һөйөү менән тәртиптә тотола, бында тормош ҡайнағаны һиҙелеп тора. Вәғәҙә бирәм: мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам мәсьәләһе мотлаҡ ҡараласаҡ”.
Читайте нас: