Бөтә яңылыҡтар

Гран-приға ҡушып — "Лада-Гранта"

Октябрьскийҙың Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә Ғата Сөләймәнов исемендәге XIX республика ҡурайсылар конкурсы башланды.

Октябрьскийҙың Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә Ғата Сөләймәнов исемендәге XIX республика ҡурайсылар конкурсы башланды.


Уны ҡала хакимиәте Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойоштора.


2002 йылдан бирле уҙғарылып килеп, инде йолаға әүерелгән байрамға үҙебеҙҙәге 10 ҡаланан һәм 20 райондан, шулай уҡ Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренән 322 ҡурайсы йыйылған. Уларҙың иң өлкәне Салауат ҡалаһынан 77 йәшлек Самбулат Рахманғолов булһа, иң кесеһе — Благовещендан 8 йәшлек Рамаҙан Ғәлиәскәров.


Бөгөн ансамблдәр һәм солистар бер нисә турҙа ярыша. Иртәгә ҡалалағы Музыка колледжында еңеүселәр ҡатнашлығында гала-концерт буласаҡ, тантаналы шарттарҙа бүләктәр тапшырыласаҡ. Әйткәндәй, гран-при яулаған иң оҫта ҡурайсы өйөнә өр-яңы "Лада-Гранта" автомобилендә ҡайтып китә ала.
Читайте нас: