Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында һәүәҫкәр композиторҙарҙың Юлай Моратов исемендәге III асыҡ конкурсы үтте.
Унда республиканың төрлө төбәгенән утыҙға яҡын ижадсы ҡатнашты.
Гран-при – Өфөнән Фәрхәт Ишбирҙиндә! Уға баш ҡалалағы “Башбланкиздат” ойошмаһы директоры Гөлсәсәк Әлибаева әҙерләгән төп приз тапшырылды.
Был конкурс ике йылға бер тапҡыр үтә, тимәк, сираттағыһы 2021 йылда буласаҡ.
Юлай Моратов оҙаҡ йылдар Сибай педагогия колледжында йәш быуынға музыка серҙәрен өйрәтә, бихисап көй авторы. Уның “Баймаҡ – Сибай юлдары”, “Көнләшәм”, “Тыуған ер”, “Йәнем минең” һәм башҡа йырҙары халыҡ араһында киң танылыу тапты.