Бөтә яңылыҡтар

"Салауат йыйыны" батырына – башҡорт аты!

Фольклор байрамы быйыл милли батырыбыҙҙың 265 йыллығына бағышлана. Ул 8 июндә Салауат районында үтә.

Фото "Башинформ"дан алынды.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Фольклор байрамы быйыл милли батырыбыҙҙың 265 йыллығына бағышлана. Ул 8 июндә Салауат районында үтә.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам барышында бер нисә сара планлаштырылған. Мәҫәлән, “Салауат әйтеше” конкурсы еңеүселәре билдәләнәсәк. Ул социаль селтәрҙә март айында башланды, 1 июнгәсә бара.
“Салауат йыйыны батыры” конкурсы 18 – 27 йәшлектәр араһында уҙғарыла. Улар үҙенең кейеме хаҡында һөйләргә, шәжәрәһен, ырыуы батырҙарын, тамғаһын, ҡошон, ағасын, оранын һ.б. белергә, халыҡ йырын башҡарырға (ҡобайыр, оҙон көй), ҡурай йәки башҡа башҡорт милли музыка ҡоралында уйнарға тейеш. Шулай уҡ ярыш төрҙәрендә Салауат Юлаевтың шиғырҙарын ятлау, халыҡ бейеүен башҡарыу, милли көрәш, уҡ атыу бар.
Байрам тарихында тәүге тапҡыр еңеүсегә ысын башҡорт аты тапшырыласаҡ.

Йыйын программаһына “Салауат уғы” асыҡ район турниры, тирмәләр конкурсы, “Көмөш өҙәңге” күргәҙмә-йәрминкәһе ингән. Байрам һабантуй менән бер көндә була – Салауат халҡы яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһаясаҡ.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сәсәндәр үҙәге, Салауат районы хакимиәте.


Конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн заявкалар 30 майға тиклем “Салауат йыйыны-2019” билдәһе менән [email protected] электрон адресы буйынса ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 289-65-50, 289-62-00.
Читайте нас: