Бөтә яңылыҡтар

Бөгөнгө мәсьәләләрҙе уртаға һалып...

Учалыла “Бәләкәй ҡала һәм ауылдар музейҙарының үҫеш мөмкинлектәре” тигән ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Фото Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Фото Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Учалыла “Бәләкәй ҡала һәм ауылдар музейҙарының үҫеш мөмкинлектәре” тигән ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Унда Урал аръяғы райондары музей хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сарала был мәҙәни учреждениеларҙың бөгөнгө хәле, фондтарын заман экспонаттары менән тулыландырыу, экспозицияларҙы яңыртыу һ.б. мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ кадрҙар етешмәү, музей фондтарының именлеген тәьмин итеү хаҡында ла һүҙ булды.
Сараның ғәмәли өлөшөндә Ахун тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү, Ҡунаҡбай ауылындағы Советтар Союзы Геройы Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәновтың музейҙарына, “Ахун менгирҙары” мегалитик ҡомартҡыһына һ.б. урындарға сәйәхәт ойошторолдо.
Читайте нас: