Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы хөрмәтенә бик күп маҡтаулы эштәр башҡарыла быйыл. Йыл аҙағынаса шулай дауам итә: ҡайҙалыр балалар баҡсаһы, мәктәп, дауаханаларҙың файҙаланыуға тапшырылыуы, йә булмаһа, ошо оло ваҡиғаға арнап конкурс, сәмле ярыш, фестивалдәр үткәрелеүе хаҡында киң мәғлүмәт саралары аша әленән-әле хәбәрҙәр еткерелеп тора.
Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейы, ысынлап та, Башҡортостан халҡының бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади дәрт һәм потенциалға эйә булыуын күрһәтә. Был потенциал – беҙҙең ҡаһарман, ирек һәм ғәҙеллек һөйөүсән арҙаҡлы шәхестәребеҙ. Әйткәндәй, республиканың 100 йыллығына ҡарата Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан автономияһы өсөн йәнен-тәнен йәлләмәгән һәм Башҡорт милли хәрәкәтенең алғы һыҙығында көрәшкән 100 батыр шәхесебеҙҙең исемлеген төҙөп, рәхмәтле эш башҡарғайны. БЮТ телеканалы иһә республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән 100 шәхес хаҡында телепроект әҙерләп, зәңгәр экранға сығарҙы.
Йәнә ошо көндәрҙә генә ҡулдарыбыҙға тос йөкмәткеле, һәлмәк бер китап алып ифрат ҡыуандыҡ. 100 әҙип менән әңгәмәнән дә хасил булыр ине, ихтимал, был китап, ләкин уның авторҙарының береһе – журналист һәм шағир Нияз Мәһәҙиев йыйынтыҡ баҫмаға әҙерләнгән көндәрҙә генә беҙҙе ташлап китеп барҙы... Уның ҡатыны – билдәле шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина менән берлектә әҙерләнгән был йыйынтыҡ “Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” тип атала, унда төрлө йылдарҙа төрлө яҙыусылар менән үткәрелгән әңгәмәләр тупланған. Дөрөҫ әйтәләр: эш һанда ла түгел; уның ҡарауы, 100 шәхескә торошло 50 яҙыусы уҡыусыны үҙҙәренең рухи ҡиммәттәр донъяһына әйҙәп алып инеп китә һәм яҡшы һүҙ, аҡыллы фекергә һыуһаған уҡыусы был ихласлыҡ китабынан сәғәттәр буйы айырыла алмайынса бер тынала уҡып сыға.
Йыйынтыҡ геройҙары әле бер ҡайҙа ла әйтелмәгән, яҙылмаған ынйы-мәрйендәй күңел хазиналары менән уҡыусыһының күңелен нурлай, яҙыусы тигән оло шәхестәрҙе үҙе кеүек үк ябай кеше булараҡ та асырға булышлыҡ итә. Интервью жанры – ул күңел асҡысы. Был жанр буйынса эшләгәндә, әңгәмәгә саҡырылған кешенең бер кемгә лә, хатта йыш ҡына үҙенә лә сиселергә ҡыймаған хис-тойғоһон һәм ижад серҙәрен асып һалыу-һалмауы күп йәһәттән журналист оҫталығына бәйле. Әле һүҙ барған был йыйынтыҡтың төп уңышы – уның тап ана шундай журналистар тарафынан әҙерләнеүе, тип икеләнеүһеҙ әйтергә була.
“Күренекле яҙыусылар һәм шағирҙар әҫәрҙәрен нисек ижад итә? Башҡортостаныбыҙҙың бер быуатлыҡ тарихы уларҙың әҫәрҙәрендә нисек сағылыш таба? Төбәгебеҙҙең үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында әҙиптәребеҙ ниндәй уй-фекерҙәр менән йәшәй? Илебеҙҙе, телебеҙҙе һәм милләтебеҙҙе борсоған мәсьәләләргә битараф булмаған зыялыларыбыҙҙың халҡыбыҙға әйтер һүҙе бармы? Ижадтан тыш буш ваҡыттарын ҡәләм оҫталары нисек үткәрә? Ошоноң кеүек бик күп һорауҙарға яуап табырға мөмкин Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдинаның яҙыусылар менән ойошторған әңгәмәләрендә”, – тип әйтелә китапҡа баш һүҙҙә.
Йыйынтыҡты Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән былтыр уға 80 йәш тулыу айҡанлы үткәрелгән күләмле әңгәмә асып ебәрә. Халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең иһә – 100 йыллыҡ, Хәким Ғиләжевтең 95 йыллыҡ юбилейҙары айҡанлы һәм тағы ла билдәле прозаик Яныбай Хамматов кеүек әҙиптәр хаҡында уларҙың ҡыҙҙары Алһыу Әбделнәғимова, Гөлнар Ғиләжева, Гүзәл Хамматовалар һөйләй һәм уҡыусыға ошоға тиклем мәғлүм булмаған бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерә. Китапта шулай уҡ мәшһүр шәхестәребеҙ Зәйнәб Биишева, Ғайса Хөсәйенов, Рәшит Шәкүр, Рәшит Солтангәрәев, Динис Бүләков, Әхмәт Сөләймәнов, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов, Мөкәрәмә Садиҡова, Таңсулпан Ғарипова һәм башҡа бик күп яҙыусылар менән төрлө йылдарҙа һөйләшергә насип булған йөкмәткеле әңгәмәләр, иҫтәлектәр урын алған.
Йәш яҙыусыларға ла киң урын бирелгән. Йыйынтыҡ, башҡа бер ниндәй баҫмаларҙа ла булмаған ҡиммәтле һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр сығанағы булараҡ, киң ҡатлам уҡыусыларға, бигерәк тә мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн алыштырғыһыҙ ҡулланма – өҫтәл китабы ла ул.