Кеше яҙмышы маңлайына яҙыла тигәндәре дөрөҫтөр. Оҙаҡ йылдар дауамында белеп-танып, хөрмәт итеп йәшәгән уҡытыусым Әхмәт Сөләймәнов хаҡында һүҙ әйтергә йыйынғас, шулай тип уйланым. Ситтән ҡарағанда, тормошо тәртипкә һалынған, һәр эше план буйынса барған, бик уңышлы, даланлы кеше булды. Бай йөкмәткеле йәшәйешенә ауырыу-һыҙланыу, баҡыйлыҡҡа күсеү тигән төшөнсәләргә урын юҡ кеүек ине. Шуға ла ҡапыл арабыҙҙан китеп барыуы ныҡ шаңҡытты... Кәүҙәһен төҙ тотоп, һөйкөмлө йылмайып ҡаршыға килеп сығыр һымаҡ. Хәл-әхүәл һорашып алыр ҙа берәй ҙур сараға китеп барыуын әйтер йә Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре менән эш пландары тураһында һөйләшеүгә күсер кеүек...
Беҙҙең танышлыҡ күп йылдар элек башланғайны. Сибай педагогия училищеһына Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары, студенттары йыш килә торғайны. Былар барыһы ла – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның тырышлығы. Ике уҡыу йорто араһында дуҫтарса бәйләнеш булды. Шуғалыр, артабан мотлаҡ БДУ-ға уҡырға инеүҙе үҙем өсөн күптән хәл итеп, әҙерләнә башланым. Университеттың ҡабул итеү комиссияһы минән бер көндә ике имтихан алды ла ҡайтарып ебәрҙе – шулай студент булып кителде.
Лекцияларҙың фольклор темаһына ҡағылышлыһын мин ауылда алған һәм педагогия училищеһы һабаҡтарын барлау, фәнни нығытыу кеүек ҡабул иттем. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы һөйләгән темалар миңә бик яҡын, ҡайһы бер өлгөләрҙе ятҡа ла белә инем. Халыҡ ижадын бик яратҡан уҡытыусыла белем алыу, бүленгән сәғәткә һыймаған фекерҙәрҙе дәрестән һуң һөйләшеү, тиҙ арала факультеттың фольклор төркөмөн ойоштороу минең һөнәри йүнәлешемде билдәләне лә инде. Артабан беҙ остаз һәм шәкерт дуҫлығын юғалтманыҡ. Был йәһәттән Ә.М. Сөләймәнов һәр студентына иғтибарлы булды. Беренсе йылдан һуң махсус курстарға бүленергә кәрәк ине. Кемдер тел буйынса йүнәлеш алып китә, әҙәбиәт өлкәһендә лә тикшеренеүҙәр алып барырға мөмкин. Бында үҙең һайлайһың. Ошо хаҡта билдәле тел ғалимы һәм уҡытыусыбыҙ Ғ.Ғ. Сәйетбатталов: “Студенттар Әхмәт Сөләймәновҡа булған симпатия буйынса күпләп әҙәбиәтте һайлай”, – тип шаярта торғайны. Уйнап әйтһә лә, шулай икәне көн кеүек асыҡ ине. Ипле һүҙе, ихлас ярҙамы, атайҙарса хәстәре менән ылыҡтыра ине Әхмәт ағайыбыҙ.
Тәүге фольклор экспедицияһына беҙҙең төркөм Ҡурған өлкәһенә барҙы. Ундағы төбәк һөйләшен тыңлап, хайран ҡалып йөрөйбөҙ. Халыҡ менән осрашабыҙ, ололарға хужалыҡтарында ярҙам итәбеҙ – тегеләр иреп китә – “телдәре асыла”. Һөйләгәндәрен түкмәй-сәсмәй яҙып ултырабыҙ. Кискеһен ауыл клубында мотлаҡ уйын үткәрәбеҙ. Халыҡ был осрашыуға иҫ киткес бай милли кейемдәрен кейеп килә, ғорурланып һөйләй, уйындар уйнай, бейеүҙәр күрһәтә. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа ҡурай уйнап, йыр йырлайбыҙ. Сәфәрҙән ҡайтҡас, университеттың “Йәнгүзәл” башҡорт фольклор ансамбле Ҡурған яғы таҡмаҡтары “Аҡ стакан, биле нәҙек”, “Золотой ри-ти-рә”не репертуарға алды.
Шулай итеп, экспедицияларҙа яҙып алынған йыр, бейеү, уйындарҙы тиҙ генә сәхнәгә сығара инек. Студенттарҙы туплауҙа Әхмәт Мөхәмәтвәли улы үҙе тырышһа, сәхнәлә беҙҙең менән режиссер Рәйес Исмәғилев, бейеүсе-ғалимә Лидия Нагаева, фольклорсы Розалия Солтангәрәева эшләне. “Йәнгүзәл” башҡорт фольклор төркөмөнә төрлө факультет студенттары йөрөнө. Ансамбль сығыштары һәр байрамдың биҙәгенә әйләнгәйне. Ҡурайсылар ансамбле егеттәре лә ҡышҡы каникул мәлендә райондарға беҙҙең менән бергәләп сыға торғайны. Төрлө йылдарҙа етәкселәре Марат Тулыбаев, Илгиз Теләүбаевтар эшләне.
Ансамблгә йөрөгәндәр араһында ғаиләләр барлыҡҡа килһә, балалар тыуһа, Әхмәт ағайыбыҙ ҡыуанысынан килеп етә, ихлас ҡотлай ине. Марат менән беҙ ҙә уның “ҡәҙерле шәкерттәре” булыу бәхетен тойҙоҡ, бының өсөн яҙмышыбыҙға рәхмәт. Илзирә менән Алик Дүшәнбаевтар, Нәғимә менән Садиҡ Акиловтар, Зәлиә менән Азат Буранғоловтар, Рәғиҙә менән Ғаяз Истәковтар һ.б. – беҙҙең ансамбль осраштырған парҙар.
Артабан беҙҙең һөнәри хеҙмәттәшлек бик тығыҙ дауам итте.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге үткәргән бихисап сараларҙа, оло ҡорҙарҙа Әхмәт ағай Сөләймәнов ихлас ҡатнашты, аҡыллы кәңәштәр, белгес фекерҙәрен әйтә, йүнәлеш бирә килде. Ауыҙ-тел ижадына ҡағылышлы байрамдар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре унһыҙ үтмәй ине. Халыҡ ижады менән ғәмәли шөғөлләнгәндәргә уның һәр кәңәше файҙалы, һәр тәҡдиме урынлы булды.
“Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге башҡорт халыҡ ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурстары, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Оҙон көй”, Зәки Мәхмүтов исеменә арналғаны, “Ирәндек моңдары”, “Дим моңо” кеүек йырсылар ярыштары, республика Ҡурай, шәжәрә байрамдары, “Ашҡаҙар таңдары”, “Акмулла нәсихәттәре”, “Ауаз”, “Тылсымлы моңдар” кеүек башҡорт фольклор байрамдарының баһалама төркөмө рәйесе булараҡ эшләр ине.
Сәсәндәр ижадына айырым иғтибар була башлағас, Республика халыҡ ижады үҙәге 90-сы йылдарҙа бер нисә тапҡыр ойошторолған сәсәндәр бәйгеһен яңынан тергеҙеүгә тотондо. “Башҡортостан Республикаһының сәсәндәр үҙәге”, Салауат, Әбйәлил, Учалы, Дәүләкән, Ғафури, Бөрйән райондарында, Сибай сәнғәт колледжында “Урал батыр”, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сәсән мәктәптәре ойошторолдо.
2016 йылда тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале үтте. Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Рәсәйҙең 11 төбәгенән рус былиналары, “Манас” эпосын, ҡобайыр, олонхо башҡарыусылыр йыйылды. Көтөп алынған танһыҡ тамаша булды был бәйге. Донъяла эпослы халыҡтар бик аҙ булған кеүек, иң ауыр жанрҙы оҫта итеп һөйләү ҙә еңел һөнәр түгел. Шуға ла онотолмаҫ тамаша, ҡабатланмаҫ осрашыу үтә ҡәҙерле булды.
...Эйе, пландар ҙа бихисап ине. Тик, үкенескә ҡаршы, ошо уҡ йылдың ноябрендә Әхмәт Мөхәмәтвәли улы ҡапыл ғына арабыҙҙан китеп барҙы. Былтырғы мәртәбәле бәйге иһә жюри рәйесе Әхмәт ағай Сөләймәновты иҫкә алыуҙан башланды. Хәҙер ул ҡурсалап торған сәсән мәктәптәре үҙ-ара бәйгеләрҙе “Әхмәт әйтеше” итеп остаздың рухына бағышлай.
Кеше ғүмере аҡҡан һыу шикелле, тиҙәр. Әммә оло шәхестәр онотолмай, улар хаҡында һөйләйҙәр, һағыналар, эшен дауам итәләр. Башҡорт халҡы йәшәгән бар төбәктәрҙә лә Әхмәт Сөләймәновты яҡшы белеүҙәре, хөрмәтләп телгә алыуҙары ғорурландыра. Әммә зыялылар халҡынан айырылмай. Баҡыйлыҡҡа күскәс тә хәтер булып йәшәй, китаптарҙа ҡалған аҡылы йәшәй.