Бөтә яңылыҡтар

Тирмә – төркиҙәрҙең символы

“Туғанлыҡ” VII халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале еңеүселәренә башҡорт тирмәһен һынландырған скульптура бүләк итәсәктәр. Рәсәйҙә Театр, Башҡортостандың һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллыҡ юбилейҙарына арналған төрки театрҙарын бер майҙанға йыйған сара кисә Өфөлә үҙ эшен башлап ебәрҙе. 

“Туғанлыҡ” VII халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале еңеүселәренә башҡорт тирмәһен һынландырған скульптура бүләк итәсәктәр. Рәсәйҙә Театр, Башҡортостандың һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллыҡ юбилейҙарына арналған төрки театрҙарын бер майҙанға йыйған сара кисә Өфөлә үҙ эшен башлап ебәрҙе.
Бик борон замандарҙа, бәлки, бер тамырҙан таралған был халыҡтар өсөн уртаҡ нимәләр күп: йолалар, моңдар, кейемдәрҙәге элементтар, хатта ҡайһы бер милләттәр тәржемәсеһеҙ аңлаша. Шуға күрә фестивалдең художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов ҡатнашҡан театрҙарға уңыштар теләп, бетеү таратҡанда, һәр кем эстән генә иң яҡты теләктәрен уйлағандыр. Был йола барыһына ла таныш. Әйткәндәй, сувенирҙар рәссам Альберт Нестеров тарафынан эшләнгән.
Сараны асып, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республика етәкселеге исеменән тәбрикләне, уңыштар теләне һәм “Туғанлыҡ”тың сәнғәт оҫталарының эшен баһалауы менән бергә бында милли театрҙар туғанлашыуын да әйтте. Көтөп алынған был сара, ысынлап та, төрки донъяһының театр әһелдәрен дәртләндергән, яңы ижади мөхит булдырған байрам.
Баһалама төркөмө рәйесе итеп саҡырылған Рәсәйҙең халыҡ артисы, режиссер, педагог, Рәсәй Армияһы театрының художество етәксеһе Борис Морозов был тантаналарға килеүенә шат булыуын йәшермәне, шул уҡ ваҡытта һәр сәхнә әҫәрен яратып, күңел күҙе, йөрәк аша үткәреп баһалаясаҡтарын да белдерҙе. Әгәр быға тиклем баһалама төркөмө ағзалары һәм тәнҡитселәр коллегияһы айырым эшләһә, быйыл уларҙы эксперт советында туплағандар.

Фестивалдең башында торған билдәле режиссер Рифҡәт Исрафилов – сараның даими президенты.

30 майға тиклем дауам итәсәк фестивалдә Төркиә, Ғағауз (Беларусь Республикаһы), Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан дәүләттәренән, Татарстан, Тыва, Ҡырым, Хакасия, Алтайҙан һәм, әлбиттә, Башҡортостандан театрҙар ҡатнаша. Бер аҙна барған сарала баһалама ағзаларына, халыҡ иғтибарына 13 спектакль тәҡдим ителәсәк.
Башҡортостан баш ҡалаһының һәр театры был фестивалгә йәлеп ителгән, йәғни тамашалар М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр, Рус дәүләт академия драма, Башҡорт дәүләт опера һәм балет, “Нур” Өфө дәүләт татар театры сәхнәләрендә бара.
Башҡортостан исеменән фестивалдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Зөләйха күҙҙәрен аса” (Г. Яхина, Я. Пулинович инсценировкаһы), Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе “Өс таған” (М. Кәрим) спектаклдәре менән сығыш яһай. Тәүгеһе сара башланған көндө үк тәҡдим ителде. Шулай уҡ программанан тыш, Салауат дәүләт башҡорт драма театрының “Бер, ике, өс...” (О. Жанайдаров) әҫәре ҡуйыла.
Һәр көн спектаклдәр ҡарағандан һуң фекер алышыуҙар, ижади лабораториялар, дискуссия клубы, этноконцерт була. “Мәҙәниәттәр диалог һәм төрки телле театрҙар” фәнни-ғәмәли конференцияһы ойоштороласаҡ. Этноконцертта театрҙар артистары сығыш яһай. Ә инде Театр һабантуйын Ҡырмыҫҡалы районында уҙғарыу планлаштырыла.


Фото: Мирон Доровских.
Читайте нас: