М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Туғанлыҡ” фестиваленә ярашлы Салауат башҡорт драма театры тәҡдим иткән “Бер, ике, өс” (О. Жанайдаров) спектакле бара. Режиссеры – И. Ҡаҙаҡбаев.
Ике бер туған Булат менән Ураҙбай яҙмышында бөгөнгө ысынбарлыҡ сағылдырыла. Ана нисек фекерләй ул башҡорт мөхитенән, йолаларҙан ситтә үҫкән башҡорт балаһы: “Башҡорттар ялҡау улар! Ата-балаларыбыҙ тирмәлә тик ятҡан. Көтөүен ҡыуып тик йөрөгән!..”
Уларҙың да бай ҙа, матур ҙа йәшәгеһе килә, тик нисек фатирлы, аҡсалы булырға һуң? Тетрәндергес хәлдәр хаҡында һөйләй был әҫәр.