Бөтә яңылыҡтар

Оло тауыш сығарған “Тауыш” тамамланды

“Тауыш. Балалар” йыр конкурсының алтынсы миҙгеле, ниһайәт, тамамланды.

“Тауыш. Балалар” йыр конкурсының алтынсы миҙгеле, ниһайәт, тамамланды.
Финалда ҡатнашҡан туғыҙ баланың барыһы ла еңеүсе тип билдәләнде. Уларҙың һәр береһенә берәр миллион һум аҡса тапшырылды.


Бөтә ил тамашасылары хәҙер тынысланғандыр, моғайын. Улар музыкаль проектта тауыш биреүҙең ғәҙел булмауына дәғүә белдергәндән һуң, тикшереү үткәрелеп, тәнҡиттең дөрөҫ булыуын танынылар. Шуға күрә бәйге һөҙөмтәһе юҡҡа сығарылды һәм финалдағы туғыҙ бала ла еңеүсе тип иғлан ителде.


Фото: tricolortvmag.ru