Бөтә яңылыҡтар

Ҡайттым (Аҙағы)

Еңгәмдең бығаса бер кем дә белмәгән тылсымы йәки берәй сихыры бармы икән әллә, тип уйлап ҡуям ваҡыты-ваҡыты менән. Ут өҫтөндә бейегән һымаҡ булып йөрөһәм дә, шуға артығы менән ризамын.

Еңгәмдең бығаса бер кем дә белмәгән тылсымы йәки берәй сихыры бармы икән әллә, тип уйлап ҡуям ваҡыты-ваҡыты менән. Ут өҫтөндә бейегән һымаҡ булып йөрөһәм дә, шуға артығы менән ризамын.


...Шулай көн артынан көн уҙҙы.

Себерҙән ағайымдың ҡайтыуын көтәбеҙ... Тик өсөбөҙҙә өс төрлө хәсрәт. Еңгәм ағайҙы көтһә, минең уйым – еңгәмдә. Ә әсәйем әйләнгән һайын бер үк хәбәрҙе тылҡый: “И-и-и, ғәзиз туғанҡайым түшәк тартып ауырып ята, ҡарар кешеһе юҡ, мин тәрбиәләргә тейеш бит... Ағайың тупһаға аяҡ баҫыу менән юлланыр инем ауылға... Оҙаҡланы”. Күпме бер үк хәбәрҙе әйләндереп-тулғандырып һөйләһә лә, әсәйҙең хәбәрен ҡолаҡҡа элмәйбеҙ.


...Ағайым ҡайта... Еңгәм бәхет күгенең етенсе ҡатында. Ашын-бәлешен бешергән, затлы кейемдәрен кейгән, аяғы ергә теймәй, күбәләктәй оса, күҙе әле ишектә, әле тәҙрәлә... Күп тә үтмәй телефоны зыңлай. Теге остан: “Тағы бер айға ҡалдырҙылар, төҙөгән комплексты тапшырып өлгөр­мәнек...” Был яҡтан еңгәм: “Һағындым, артыҡ түҙеп, былай йәшәү мөмкин түгел, һине көтөп арыным”, – тип шым ғына илап ебәрҙе. Еңгәмдең нурлы йөҙөн ағыуланылармы ни. Бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде лә ҡуйҙы. Бәхеткәме, бәхетһеҙлеккәме, ул мең ҡат ғазапҡа батып илап ултырһа ла, мин уны ләззәтләнеп күҙәтеүҙән һис тә биҙмәйем.


...Ҡайтмаһа ни, ҡайтмаһын. Оҙа­ғыраҡ йөрөһөн, эштә уны һәр саҡ шулай тотҡарлауҙары бер бөгөн түгел. Бала сағынан уҡ эшкә бөткән йөк аты бит ул. Их, уның урынында мин булһам...


– Ҡайтып килә, – тине еңгәм, минең татлы уйҙарымды бүлеп, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, ихлас, күтәренке кәйеф менән. Күп тә үтмәне, йәнә телефонының төймәләрен баҫҡыслап: “Самолеты күпмелер ваҡытҡа тотҡар­лана – һауа юлы ябыла”, – тип, ни әйтергә белмәй, миңә ҡараны.


“Кирегә бөткән нәмә”, – тип ысҡын­дырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым... Теләмәгәйнем ағайымды түбәнһетергә. Килеп сыҡты нисектер уйламағанда. Ә еңгәм эске ныҡлығын, түҙемлеген юғалтып, өмөтөнән төңөлгән кешеләй, шарт-шорт баҫып инде лә бикләнде үҙ бүлмәһенә. Тик торғанда эҫе һыу һиптеләрме ни башыма. Балта телем менән кәрәкмәгән уңайһыҙ һүҙҙе урынһыҙ әйттем: еңгәм “һағындым” тигәндә “һинең ҡайғың юҡ бында” тигән һымаҡ яңғыраны был. Ул мәлдең һәр минуты-сәғәте онотолмаҫ уй-кисе­рештәр булып аңыма һеңгән, юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырып, йөрәгемә яҙылған... Тәүгеһе: әсәйемдең бер туғаны – инәйебеҙ мәрхүм булып ҡалды. Уны һуңғы юлға оҙатыр өсөн илап-һыҡтап ауылға юлланғайны ул кистә әсәйем.


...Ете төн уртаһында ҡапыл ел-дауыллы ҡойон бураны сыҡты. ...Эйе, эйе, бөтә нәмәне дер һелкетте, хатта күршеләге бейек ҡатлы йорттоң ҡыйығын алып бырғатты ул ғәрәсәт.


Ҡайҙалыр нимәлер ауҙы, бикле торған тәҙрәләр шартылдап асылды... Был ни хәл... еңгәмдең бүлмәһен йәшен һуҡтымы ни. Һиҙмәй ҙә ҡалдым урынымдан һикереп тороп баҫҡаным­ды. Ишеген ҡағам – асмай. Оҙаҡ уйлап торманым, ишеген бер тибеп астым да индем: тәҙрәләр шар асыҡ, иҙәндән түшәмгә тиклем һуҙылған ҙур көҙгөһө урталай ярылып, төрлө яҡҡа селпәрәмә һибелгән, үҙе төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа ҡарап мышнап илай. Йәлләнем. Үҙем дә һиҙмәҫтән ҡосаҡлап алдым. Еңгәм:

– Ниңә индең бында? – тине.


– Һуңғы ваҡыттарҙа гелән илаға­ныңды ишетәм... Әле көслө ел-дауыл ҡупҡанға ғына...


– Дауыл булмаһа ла йоҡламаҫ инем, түҙер хәлем ҡалманы.


– Күпте түҙгәнеңде, әҙгә түҙеп булмаймы ни?


– Миндә һинең ни эшең бар! Тиҙ бул, сыҡ!


Бер кискә кер мейескә, тиҙәрме әле? Әллә шайтан ҡотортто, һә тигәнсе, гөрп итеп тоҡандым – әйләндем иблискә. Эйе, эйе, тап шул минутта тотанаҡһыҙ дәртемдең ялҡыны ялманы икебеҙҙе лә. Ул минең ҡосаҡта башы-тояғы менән әүәләнергә әҙер баллы-татлы шәрбәт ине. Мин унан айырыла алмай ғазапландым. Ах, ул татлы минуттарҙың аҙағы әсе, бик әсе. Таң һарыһы менән ағай ҡайтҡанда, беҙ һаман да бергә инек әле...


Ул саҡтағы йәп-йәш ағайымдың аптыраған меҫкен йөҙө күҙ алдыма баҫты: беҙҙе күргәс, ике ҡулы менән күҙҙәрен ҡаплап, иҙәнгә сүгеүе, бер нисә минут үткәс, йәшен тиҙлегендә урамға атлығыуы... Уйҙарымдан арынып үҙ хәлемә ҡайтҡас, үҙәк өҙгөс әрнеүле тауыш менән өйҙө яңғыратып ҡысҡырып ебәрҙем. “Мин иҫәр... ни ҡылғанмын?.. Ул аҡылһыҙ миҙгел­дәрҙе бөгөн кисерһәм, һис шикһеҙ, йөрәгем шартлап үлгән булыр инем. Йылдар үткән һайын ҡәҙерлерәк күренәһең, ағай. Үткәндең әселәре өсөн ғәфү үтенәм!” ...Ике битем ут булып яна, маңлайымдан атылған бөрсөк-бөрсөк тирҙәр яңаҡтарымды йыуа. Шул саҡ ағайым мине ҡосаҡлап алды: “Булыры булған, уҙыры уҙған.


Әсәйҙе рәнйет­мәйек, бергәләп ҡәҙер­ләйек... Ул һине бик, бик оҙаҡ көттө...” Был һүҙҙәрҙе ишеткән әсәйемдең кәүҙәһе турайҙы, күпте күргән булмы­шының ихласлығы тирә-яҡҡа яҡтылыҡ, йылылыҡ һирпте, һәм ул үҙ алдына әйтеп ҡуйҙы: “Донъя бит ул... ят ярлыҡамаҫ, үҙендеке үлтер­мәҫ... Әйҙәгеҙ, сәйгә яҡынлағыҙ...”
Читайте нас: