Донъяла беҙ аңлап та, аңлатып та бөтә алмаған хәлдәр була. “Ҡош юлы” рок музыканттар һәм шағирҙар фестивален ойоштороусыларҙың береһе, музыкант Миңзәлә Яхинала күптән ҡаурый ҡәләмем йөрөй ине. Йә осраша алмайбыҙ, йә ваҡыт юҡ – төрлө сәбәп табылып тора. Әммә бер көн май ялдарында Миңзәлә шылтыратып: “Өйҙәһегеҙме, тиҙ генә инеп сығам”, – тине. Ул арала ҡараһам, Учалынан яҙыусы Әҡлимә апай Сафина шылтырата: “Рәмзилә Хисаметдинова тураһында китап әҙерләйбеҙ!
Мәҡәләң булһа, һал әле, туғаным!” Элек Рәмзилә апай хаҡында яҙғаным булды, әммә уны эҙләп ултырмайым инде, тотам да яңынан яҙам, сөнки әйтер һүҙем йөрәгемдә генә йөрөй, тинем. Беләм, Рәмзилә Хисаметдинова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығын, кимәлен билдәләгән әҫәрҙәр ижад иткән шағирә! Хоҙайға мең шөкөр уның хаҡында китапҡа инерлек һүҙ әйтергә мөмкинлек биргәненә! Ул арала Миңзәлә лә килеп инде, ә ҡулында бер түгел, өс ҡаурый ҡәләм! “Һеҙҙән алып торғаны таушалыбыраҡ китте, бер нисә кисәлә файҙаландым, шуға күрә Учалынан яңыларын алып килдем!” – тигәнендә, Рәмзилә апайҙың “Мин һиңә ҡауырһын бирәм, Табырһың микән ҡошон?” – тигән шиғыр юлдарын иҫкә алдым! Был ҡаурыйҙар миңә Шағирәнең ихлас сәләме кеүек тойолдо. Һәр хәлдә, шулай тип уйлау мине тағы ла илһамландырҙы, уның ижады тураһында яҙыуға нығыраҡ дәртләндерҙе.
Һәр яҙыусы – ул, иң тәү сиратта, халҡының хеҙмәтсеһе. Әммә миллилекте төртөп күрһәтмәйенсә, шиғри алымдар, символдар аша бирә алыу – бик ҙур маһирлыҡ. Рәмзилә Хисаметдинова – тап ана шундай һәр һөйләменән, һәр һүҙенән миллилек бөркөлөп торған шағирә. Бында һүҙ тик шәхестәребеҙгә, тарихыбыҙға ҡағылышлы шиғырҙар хаҡында ғына бармай. Эйе, уның:
Бындай йырҙар баҫып йырланыла,
Бындай йырҙар ултырып йырланмай.
Халыҡ ҡайғыһылай оҙон көй был,
Себер юлы төҫлө оҙон көй (“Буранбай”),
Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаҙҙар телеме?!
Шуға микән зәңгәр бейеклеккә
Алһыу-ҡыҙыл күҙ йәштәрен түгеп,
Һаубуллаша тамсы гөлдәре.
Әйтерһең дә, улар әсәйемдең
Тын моңһоулыҡ тулы күҙҙәре. (“Әсәйемә”)
кеүек шиғыр юлдары тап башҡорт холоҡ-фиғелен, яҙмышын, мөхитен, асылын сағылдырған әҫәрҙәрҙән. Әммә уның мөхәббәт лирикаһындағы тыйнаҡлыҡ, ҡырыҫлыҡ, шул уҡ ваҡытта тәрән миһырбанлыҡ менән ихласлыҡ беҙҙең милли һыҙаттарыбыҙҙы сағылдыра түгелме? Шағирә быларҙы, әлбиттә, махсус рәүештә шулай тип яҙайым әле, тип ижад итмәй, ә бары тик үҙен, үҙенең кисерештәрен, һыҙланыуҙарын яҙа:
Сафтарҙан-саф килеш юйыл,
Ялған түгел, хаҡ көйө. (“Ҡаралама һөйгәнеңде”).
Кем һуң һөйгән йәрҙәр хаҡында шундайын да тормошсан, образлы итеп әйтә ала?!. Бар ундай шағирҙар. Шуларҙың береһе, әлбиттә, Рәмзилә Хисаметдинова!
Сит төбәктәргә сыҡҡанда, мотлаҡ һүҙ тәржемәгә барып юлыға. Шунда һәр саҡ уның шиғриәтен иҫкә алам, телгә алам, тәржемәсе уның әҫәрҙәренең башҡорт асылын һаҡлап, нисек итеп башҡа телдәрҙә балҡыта алыр ине икән, тип уйланам. Бер йылы “Бельские просторы” журналында уның шиғырын тәржемә итеү буйынса конкурс та ойошторҙоҡ. Матур ғына тәржемәләр тыуҙы, әммә был ғына аҙ, әлбиттә. Донъя кимәлендә башҡорт шиғриәтенең бәҫен, һиммәтен күрһәтәбеҙ тибеҙ икән, эште мотлаҡ Рәмзилә Хисаметдинова ижадынан башлар кәрәк!
Ни өсөнмө? Бая әйткән фекеремде дауам итеп, авторҙың һиммәтле ҡаурыйынан һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре тыуыуы тураһында әйтергә теләйем. Хәҙер күптәр шиғыр яҙа, уҡый, ятлай. Нисек кенә әйтһәң дә, был яман күренеш түгел. Шиғыр яҙған кеше барыбер яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылған зат. Шул уҡ ваҡытта нимә генә яҙылмай? Анау хәтлем халыҡ йырҙарын, эпостар ҡалдырған затлы ҡәүемебеҙҙең ижадын беҙҙең заманда кимәлле итеп балҡытҡан шағирә ул Рәмзилә Хисаметдинова. Һәр шиғыры – яңылыҡ, һәр шиғыры – ҡабатланмаҫ образ:
Сәскәләрен өҙмә, бүләк итсе
Күрәйемсе көн дә таң атҡанда,
таң атҡанда, гөлдәр күҙ асҡанда,
йәш япраҡтар сәпәй сапҡанды. (“Сәскәләрен өҙмә, бүләк итсе!”),
Тормоштоң бар йәнә бер ҡыҙығы –
Беҙҙең мөнәсәбәт, холоҡтар.
Ҡоҙоҡтарға ҡойған шишмәләрме?
Шишмәләрме аҡҡан ҡоҙоҡтан?
Тик шишмәләр ҡоймай ҡоҙоҡҡа.
Беҙҙең холоҡ, беҙҙең мөнәсәбәт
Оҡшаған бит ошо ҡыҙыҡҡа. (“Ҡыҙыҡ”),
Әсәһен рәнйетерһең... (“Әсәһен рәнйетерһең”).
Миҫал итеп килтерелгән һуңғы шиғыр айырыуса ҙур мәғәнәле! Ғөмүмән, әсәйҙәргә бағышланған, әсәләр хаҡындағы һәр шиғыры үҙенсәлекле Рәмзилә апайҙың.
Үҙ ғүмеремдә миңә шағирәне бер нисә тапҡыр күрергә лә насип булды. Башҡорт дәүләт университетының тантаналар залына осрашыуға байтаҡ әҙип килгәйне. Улар араһында шағирәләр Гөлфиә Юнысова, Таңһылыу Ҡарамышева менән Рәмзилә Хисаметдинова ла бар. Шиғырҙарын матбуғат баҫмаларында уҡып, ижадына ғашиҡ булған апайҙы күреү минең өсөн ҙур шатлыҡ ине. Әммә шул уҡ ваҡытта уның иҫ китмәле ябайлығы, кейемдәренең дә бик ябай булыуы ғәжәпләндерҙе! Уйсан, хатта бер ни тиклем моңһоу ҙа тойолдо ул миңә. Күргәнем булмағас, үрелеп-үрелеп уның һәр ҡылығын, һөйләү рәүешенә тиклем күҙәттем. Таңһылыу һәм Гөлфиә апайҙар юҡҡа ғына уны маҡтап телгә алмай икән, тигән уй ҙа баштан йүгереп үтте. Тотошо бигерәк тә мәртәбәле ине уның. Белгән Рәмзилә апай үҙенең ниндәй шиғыр оҫтаһы икәнен! Затлы ҡәүеменең зауығына тап килерлек, танһығын ҡандырыр әҫәрҙәр тыуҙырған шағирә ул:
Мин – ҡатын-ҡыҙ. Абынһам да,
Үҙ-үҙемә тотоноп туры ҡалам.
Мине һайламайҙар – мин һайлайым,
Һайлағанға йәнә тоғро ҡалам. (“Мин – ҡатын-ҡыҙ”).
Ҡайҙалыр уның ижады хаҡында күләме аҙыраҡ тигән кеүегерәк фекер ҙә уҡығайным. Ә бит уның һәр шиғыры поэмаға, тотош романға торошло! Күктәр менән туранан-тура бәйләнешкә ингән, һүҙҙән картиналар тыуҙырған шағирә! Һәр әҫәр – ул үҙе энергетика, шағирә шиғырында әйткәнсә, ер ҡөҙрәтен кешеләргә бирер, Күк нурҙарын ерҙә өләшер көскә эйә. Ә ижадсы бары тик ана шул яҡты нур әйләнешен йөрәге аша үткәреп, мәңгелек Моң ағышын хасил итә! Бәндәләрҙең хәтере юйылып, үҙҙәренә тәҡдим ителгән шиғырҙар араһынан башҡорт шағирәһенең яҙғандарын табырға ҡушһалар, моғайын, ысын ижадты тойоусылар уның яҙғандарын шунда уҡ айырып алыр ине. Сөнки Рәмзилә Хисаметдинова шиғриәтенән моң ағыла, уны уҡығанда, башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлаған кеүек булаһың. Уны уҡығанда, рухи ҡеүәт өҫтәлеп, арҡалар төҙәйеп, һындар ғорурланып киткәнен тояһың. Урал батыр тирә-йүненә һипкән йәншишмәнең тамсыһынан яралған шиғриәт мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында йырлай, яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ өндәренән яралған:
Мәлйенем мин тәүге ҡабат күргән
Бейеклектәр менән киңлектән:
Башҡортостан минең хыялдағы
Киңлегенән мең ҡат киң икән!
Исем-аттар яҙып ҡалдырмайым,
Ни кәрәге ташҡа сүкеүҙең?!
Ирәмәлдең исемен йөрәгемә
Сүкеп алып китәм мин үҙем!
Аҡ түбәле минең күк тирмәм!
Ирәмәлдәй алтын һонһалар ҙа,
Семтем тупрағын да мин бирмәм! (“Ирәмәл”).
Аһ, үлтерҙең, Рәмзилә апай!..