Бөтә яңылыҡтар

Боронғо ғәҙәткә эйәреп...

Борон-борондан һабантуйҙар башланыр алдынан ауыл йәштәре, өйҙән-өйгә йөрөп, бәйгеләрҙә еңеүселәр өсөн бүләктәр йыйып йөрөгән. Айырыуса һөлгөләр, яулыҡ һәм шәлъяулыҡтар яҡшы бүләктәрҙән һаналған. Бүләк йыйыу уйын-көлкө, күңелле аралашыу менән үрелеп барған.

Фото Илеш районы хакимиәте сайтынан.

Илештәр был традицияны оҙаҡ йылдар һаҡлап килә. Иғмәт, Рысай, Дөмәй ауыл биләмәләрендә һабантуй батырҙары өсөн бүләктәр йыйыу дәррәү барҙы.
Хакимиәт, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йәштәр ауылдар буйлап йөрөп, халыҡты Һабантуй байрамына саҡырҙы, йыр-бейеү менән күңел асты, ауылдаштарының күңелен күтәрҙе.
Читайте нас: