Тарихи һәм мәҙәни хәтерҙе һаҡлауҙың ныҡлы алымдары бармы? Рәсәйҙәге төрки һәм Үҙәк Азия илдәре халҡының мәҙәниәтен үҫтереү буйынса эш ни ҡәҙәр һөҙөмтәле алып барыла?
Ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ “Рәсәйҙәге төрки һәм Үҙәк Азия илдәре халҡы: туғандаш мәҙәниәттәр диалогы” форумында. Был сара Өфөлә иртәгә, 30 майҙа, үтә.
Форум “Берлек-Единство” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге тарафынан уҙғарыла.
Маҡсат – төбәктәр араһындағы мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу, төрки халыҡтарҙың милли йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү.
Сарала ҡатнашыусылар алдында Рәсәйҙән, Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, геосәйәсәт, хәүефһеҙлек, иҡтисад, хоҡуҡ, этносәйәсәт буйынса белгестәр, шулай уҡ Бишкәк, Нур-Солтан ҡалаларынан әүҙем студенттар, магистранттар сығыш яһаясаҡ.
Форум “Торатау” конгресс-холында үтә.