Ҡарағайҙар ауа бер-бер артлы,
Иң-иңдәре китә башҡорттоң,
Илһөйәре китә, телһөйәре,
Рухлылары китә баш йорттоң!
Зыялылар ауа, һүҙ тоторҙай,
Һүҙ әйтерҙәй яҡлап телкәйен,
Үҙ илендә яҡлап үҙ милләтен,
Үҙ илендә һағынып илкәйен!
Ҡарағайҙар ауа, ер һелкенә,
Ҡитғаларҙы ялмар ғорурлығы,
Ҡарағайҙар ауа — ниндәйе бит —
Бер һүҙенә мең фәлсәфә еккән,
Дан-дилбегә тотҡан атлыһы!
Ҡарағайҙар ауа бер-бер артлы,
Аҫылдары ауа башҡорттоң...
“Көндәлектәр китабымды яҙып бөтөрәйем дә кино төшөрөрбөҙ”, – тигәйне Рауил ағай әле Ҡоролтайҙа эшләгән мәлендә. Яҙып бөтөргәс, китабын да бүләк иткәйне һәм беҙ Рауил ағайҙың ошо көндәлектәрен файҙаланып, “Башҡортостан” киностудияһында уның турала инде икенсе “Халҡыма хат” тип исемләнгән документаль фильм ижад иттек! Шөкөр тием, өлгөрҙөк! Шуны әйтергә кәрәк: Рауил ағайҙы ҡайҙа барһа ла, Башҡортостандамы, Ырымбур ерендәме һәм башҡа урында, Олуғ ҡунаҡ, Ил ағаһы итеп, түрҙән урын биреп, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алалар ине. Шуғалыр ҙа беҙгә рухлы башҡорттар йәшәгән, Рауил Төхвәт улының тыуған төйәге Ырымбурҙа кино төшөрөүе еңел булды. Ҡайҙа ла ҡушҡуллап, ихлас ярҙам итеп торҙолар. Рәхмәт уларға!
Был инде — беҙҙең икенсе фильм. Тәүгеһе — кинорежиссёр Әмир ағай Абдразаҡов төшөргән – “Илемдә илемде һағынам” тип аталғайны. Шөкөр, ул фильм өҫтөндә лә миңә эшләргә насип булды. Шулай итеп, халҡыбыҙҙың бөйөк улдарының береһе Рауил ағай Бикбаевтың үҙе тере саҡта ижадын, тормошон яҡтыртыуға минең дә бәләкәй генә өлөшөм кереп ҡалды.
Халҡының әле Рауил ағай тураһында яҙылмаған том-том китаптары, төшөрөлмәгән бихисап фильмдары, йырланмаған йырҙары, әйтелмәгән һүҙҙәре бихисаптыр...