Бөтә яңылыҡтар

Һәүәҫкәрҙәргә ярҙам буласаҡ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында театрҙар һәм театр эшмәкәрлеге тураһында” ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Фото: vk.com/novousmanovo
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында театрҙар һәм театр эшмәкәрлеге тураһында” ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
Унда республикалағы үҙешмәкәр театр ижадына булышлыҡ итеү өсөн хоҡуҡи нигеҙҙәрҙе нығытырға тәҡдим ителә.


“Урындағы ҡайһы бер шәхестәрҙең энтузиазмы менән ойошторолған һәм эшләгән һәүәҫкәр театрҙар хаҡында һүҙ бара, – тине парламент рәйесе Константин Толкачев. – Был Закон ҡабул ителгән осраҡта, уларға дәүләт кимәлендә ярҙам итеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Бындай сара 2020 йылда Башҡортостанда үткәреләсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Үҙешмәкәр театр коллективтарының ижады – республикалағы мәҙәни тормоштоң мөһим өлөшө. Был йүнәлеште үҫтереү Фольклориада барышында ойоштороласаҡ төрлө конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашыуға булышлыҡ итәсәк. Закон проекты бүтән төбәктәрҙең тәжрибәһен иҫәпкә алып төҙөлдө. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә һәүәҫкәр театрҙарға ярҙам күрһәтеү тураһындағы ошондай закондар ҡабул ителгән дә инде”.