Бөтә яңылыҡтар

Заманалар юғала, дәүерҙәр ауа...

Мәңгелек менән мәлде айыра белгән һәм шул уҡ ваҡытта уларҙың асылын, мәғәнәһен үҙ күңеле аша үткәреп, заман, ваҡыт бизмәненә һалып үлсәй алғандар ҙа бар беҙҙең арала. Бында Хоҙай шауҡымы бар кеүек, нисек кенә булмаһын, улар үҙ артынан халыҡты, айырым дәүерҙе эйәртеп алып китер ҡеүәткә эйә.

Мәңгелек менән мәлде айыра белгән һәм шул уҡ ваҡытта уларҙың асылын, мәғәнәһен үҙ күңеле аша үткәреп, заман, ваҡыт бизмәненә һалып үлсәй алғандар ҙа бар беҙҙең арала. Бында Хоҙай шауҡымы бар кеүек, нисек кенә булмаһын, улар үҙ артынан халыҡты, айырым дәүерҙе эйәртеп алып китер ҡеүәткә эйә.


Салауаттар, Зәки, Бабич, Мортазалар — шундай заттарҙан. Дәүер кешеләре! Мостай шулай ине. Рәми үҙе иҫән сағында ундай уҡ бейеклеккә артыла алмаһа ла, үлеменән һуң һүнмәҫ рух мөхите тыуҙырып, ғәҙел һәм ҡабатланмаҫ һүҙҙең мәңгелек икәнен иҫбатлай алды. Уларҙан һуң Бикбай мәңгелектең ҡәләмен үҙ ҡулына алып, халыҡ аңында, башҡорт рухиәтендә, милләт моңонда үҙ мөхитен, дәүерен булдырҙы.


Халыҡ ана шул дәүер заттары менән бә­хетле лә, ғүмерле лә. Тик халҡым йөрәгендә бөгөн оло ҡайғы. Дәүер ауҙы...

Күңелгә тулҡын булып бәрелеп, үҙенән-үҙе Бикбайҙың Рәмигә арнап яҙылған шиғырынан таныш юлдар иҫкә төшә:

Был донъяның иркә улы булып

Йәшәүҙәре юҡ беҙгә кинәнеп.

Һиндә – Салауаттың яралары,

Миндә – һыҙланыуы Кинйәнең...

...Ете-ятҡа төшкән йот-ҡайғыға

Күҙебеҙҙән сыға йәш бәреп.

Ҡатын ҡосағында йәшәмәнек,

Халыҡ ҡосағында йәшәнек.

...24 йәшлек Бабич, 45 йәшлек Рәми 80 йәшлек аҡһаҡалды: “Беҙҙең ғүмерҙе — мәңгелек, башҡорттоң мәңгелектәге юлын тағы ла сағыуыраҡ һәм мәғә­нәлерәк итер өсөн һиңә Хоҙай фанилыҡта ярайһы уҡ оҙон ғүмер бирҙе”, — тип ҡәнәғәт булып ҡар­шы алыр. Уларҙың изге рухтары, изге йән­дәре беҙгә күктәрҙән бағып, илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалап торор.


Заманалар юғала, дәүерҙәр ҡолай... Тик бер генә нәмә мәңгелек: Халыҡ хәтере! Шәйехзада, Рәми, Бикбайҙар һәр саҡ ана шул хәтер түрендә булды, буласаҡ! Аҫыл дәүерҙәр, затлы заманалар ҡоламай ул, юғалмай ҙа!
Читайте нас: