Бөтә яңылыҡтар

“Бәхәсләштек, әммә ваҡланманыҡ”

Рауил Бикбаевтың арабыҙҙан китеүенә ҡырҡ көн дә булып китте. Аңлы тормошомдоң кәмендә ярты быуаты аралығында Бикбай булыуға күнегелгәс, әлегә был хәлгә ныҡлап ышанғы ла, был юғалтыуҙы бөтә тулылығында ҡабул итәһе лә килмәй.


Рауил Бикбаевтың арабыҙҙан китеүенә ҡырҡ көн дә булып китте. Аңлы тормошомдоң кәмендә ярты быуаты аралығында Бикбай булыуға күнегелгәс, әлегә был хәлгә ныҡлап ышанғы ла, был юғалтыуҙы бөтә тулылығында ҡабул итәһе лә килмәй.


Ноябрь аҙағында миңә Мөнир Ҡунафин шылтыратҡайны. Һөйләшеү түбәндәгесәрәк булды.


– Апай, Рауил Бикбаевҡа һикһән бит.


– Эйе, ҡустым, беләм.


– Бына уның юбилейына ҡарата мәҡәлә яҙһағыҙ ине…


– Ай, Мөнир, шағир хаҡында шағирҙар яҙыуы мәғлүм бит…


– Эйе, ләкин ул үҙе бит һеҙҙең яҙыуығыҙҙы теләй!


– Нишләп икән?!


– Ғарипова яҙһа, фекерле була әйбер, ти…


– Рәхмәт йылы һүҙенә, тик, Мөнир, минең һаулыҡтың бик тә китеп торған сағы (ул саҡта мин бөтөнләй тиерлек ултыра алмай инем – билдән яҙылған. – Авт.) Арыуланһам, уйлап ҡарармын…


Арыуланып булманы: “билһеҙлек” оҙаҡҡа һуҙылды. “Үткән йыл аяҡтан, быйыл билдән яҙҙырҙың”, – тип ҡартлыҡты һүгепме-һүгеп йәшәп ятҡанымда, Мөнир ҡусты йәнә шылтыратты.


– Эй, ҡустым, булманы инде. Ҙур ижад хаҡында бара бит һүҙ. Ҡапылғара, сирле килеш, ундай ҙур эшкә тотона алмам. Бына, Алла бирһә, һикһән бишенә яҙырмын, – тип яуапланым.


Әммә бәндә теләй, Хоҙай бойора шул. Рауил ағайҙың һәр саҡ йәш фиғелле, күркәм һәм һауһаҡ булыуы ғәмәлдә уның рухи көсө емеше генә булған шул. Ә ул, ҡартлыҡ, килһә, китер юлын онота… Ә яңыраҡ бер түгел ике тапҡыр төшкә инде Рауил ағай.


– Таңсулпан, һин башҡорт шиғриәте тураһында мәҡәлә яҙырға тейешһең.


Төшөмдә, әллә өнөмдәге кеүек (еңмешлек!) ҡарыулашам:

– Атаҡ, Рауил ағай, мин ләһ – прозаик!


– Һин быны эшләргә тейеш.


Икенсе төшөмдө һөйләп тормайым – уныһы ныҡ уйландыра, әммә быныһын ғәмгә асыҡ ҡылдым инде. Быға тиклем дә гүр эйәһе булған ҡәләмдәштәремдең фанилыҡҡа “сәләм”ен минең аша еткергәндәре булманы түгел, булды.

Ҡайһы берҙәрен һөйләмәнем, ә ҡайһы берҙәрен, нисек ҡабул итеүҙәренән ҡурҡыбыраҡ, адресаттарына еткерә алмай йөрөйөм. Әруах әйтеү менәнме? Бәндә бит бәндәлегенә бара, йә ышанмаҫ, йә үпкәләр – төрлөһөн уйлайһың. Ҡыҙыҡ, Рауил Бикбаев шиғриәт тип йәшәне, үҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе булған йылдарында башҡорт мәҙәниәте антологияларын сығарҙы, съездарҙа шиғриәт буйынса докладтар яһаны, Бабич исемен телгә алырға ла тыйылған бер дәүерҙә уның ижады буйынса монография яҙҙы. Мин бит инде ошо йәштә тотош башҡорт шиғриәтенә байҡау яһай алмайым. Фанилыҡта ослай торған эштәрем үҙемдең дә байтаҡ. Ошолар хаҡында Лариса Абдуллина менән әңгәмәләшеп ултырғанда:

– Ә бит мин 2000 йылдың көҙөндә, Өфөгә килгәс, съездан һуң Рауил Бикбай менән әңгәмә ҡорғайным. Һүҙ әҙәбиәт тураһында барһа ла, асылда, ул шиғриәт хаҡында ине, сөнки шиғриәт буйынса докладты Бикбай үҙе яһағайны, – тинем.


– Ә ул “Башҡортостан”да баҫылдымы?


– Юҡ, ләкин мин уны әле сығып килгән III томға индергәнмен.


– Әйҙәгеҙ, ағайҙың ҡырҡына шуны бирәйек!


Лариса ҡыуанып китте, мин ҡушҡуллап риза булдым: шиғриәт хаҡындағы һүҙҙе, әйҙә, шиғыр уҙаманы үҙе әйтһен, ә беҙ, уның аҫыл талантын баһалаусылар, аҙға булһа ла үҙебеҙҙең Бикбайлы сағыбыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ. Бикбайлы саҡ үҙен оҙаҡ, бик оҙаҡ һағындырыр әле...


– Яҙыусыларҙың XIII съезы үтеүгә лә байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Инде хәҙер, ҙур йыйындар тыуҙырған мәшәҡәттәр, ығы-зығы артта ҡалып, баш һил булғас, уҙған съездан ҡалған тәьҫораттар ниндәй?

– “Баш һил булғас” тигән һүҙҙәрҙе ишеттем дә, ҡыҙыҡ булып китте. Александр Блоктың “Покой нам только снится” тигән атаҡлы юлдарын урынлы-урынһыҙға ҡабат­ларға йыйынмайым. Артыҡ тантаналы булыр һымаҡ. Шулай ҙа һиллек тигәнең ысын­лап та төшкә генә инә инде ул. Әлбиттә, съезд алдынан ойоштороу мәшәҡәттәре ғәйәт күп булды. Ләкин ул ритм саранан һуң да тынып ҡалғаны юҡ. Яҙыусылар союзы идараһы штатында ни бары алты әҙип эшләй, тағы ла дүрт төбәк ойошмабыҙ, Әҙәби фонд бар. Ләкин бына ошо аҙ ғына көстәрҙең Өфөлә лә, тотош Башҡортостанда ла башҡарған хеҙмәте – тау дәүмәле! Эшеңде башҡалар баһалаһын, тиерҙәр. Баҫалҡылыҡ хаҡында әйтерҙәр. Быларҙың береһен дә онотҡан юҡ. Ләкин Яҙыусылар союзының эш үҙенсәлектәрен күп кеше белеп етеңкерәмәй.
Әле был һөйләшеү барғанда беҙ йәйҙең һуңғы көндәре менән хушлашабыҙ. Уҡытыу­сы­ларҙың август кәңәшмәләре тамамлана. Беҙҙең яҙыусыларыбыҙ утыҙҙан ашыу райондағы һәм ҡалалағы, шулай уҡ республика кимәлендәге педагогик йыйын­дарҙа ҡатнашты, сығыш яһаны. Ә сентябрь айында ундан ашыу оло-оло саралар үткә­рергә кәрәк, уларҙың һәр береһен уҙғарыу өсөн күпме көс туплау мөһим! Бындай эштәрҙә ҡатнашырға ҡәләмдәштәребеҙҙең күпселеге бик үк атлығып тормай. Уларҙы аңлап та булалыр. Сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙыусыларыбыҙ төрлө осрашыу­ҙарҙа, ғәҙәттә, түләүһеҙ сығыш яһай. Ләкин быға ҡарап ҡына халыҡ араһына сәфәр сығыуҙан баш тартып булмай. Бигерәк тә бөгөн, матбуғаттың, китаптарҙың таралыуы йылдан-йыл сикләнгән ваҡытта, уҡыусылар менән туранан-тура аралашыу бәйләнештең мөһим бер юлына әйләнә. Әҙиптәрҙең юбилейҙары, төрлө ижад кисәләре, райондарға сығыуҙар, күрше өлкәләр менән бәйләнештәр, йәш көстәр менән эшләү, ҡулъяҙмалар хаҡында фекерләшеү, яҙыусыларҙың көнкүреш хәлдәрен хәстәрләү һ. б. – быларҙың һәр береһенә әллә күпме ваҡыт та, көс тә кәрәк.
Уҙған съезыбыҙға килгәндә, иң мөһиме, минеңсә, шул: ижади мөхиттә һәр беребеҙҙе борсоған мәшәҡәттәр, төрлө етди мәсьә­ләләр хаҡында һөйләшеүҙәр ығы-зығыға әйләнмәне, нисәмә йылға бер була торған оло ҡоролтайыбыҙ юғары рухта үтте. Борсолдоҡ, бәхәсләштек, шатлыҡ-хафала­рыбыҙҙы бүлештек, әммә ваҡланманыҡ. Съезды Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең асып ебәреүе, унда Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың, Константин Борисович Толкачевтың, Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтовтың, Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатовтың, республика­ның башҡа етәкселәренең ҡатнашыуы, Президентыбыҙҙың бай йөкмәткеле телмәр менән сығыш яһауы, әҙиптәребеҙ Ноғман Мусин һәм Әхиәр Хәкимовты “Башҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы” тигән юғары исем менән ҡотлауы – һөйләшеүҙәр бына шулай бик етди, эшлекле башланып китте һәм аҙағынаса хәстәрлекле рухта барҙы.

Докладтан һуң фекер алышыуҙарҙа әҙә­биәтебеҙҙең аҡһаҡалы, бына тиҙҙән һикһә­ненсе артылышына артылырға атлы­ғып тор­ған атаҡлы драматургыбыҙ Нәжиб Асанбаевтан алып ижади ойошмабыҙҙағы иң йәш ҡәләмдәшебеҙ, йәш булһа ла һуңғы йылдарҙа Сибай яҙыусылар ойошмаһының эшен бик һәйбәт алып барған Гөлназ Ҡотое­ваға тиклем ҡырҡлап әҙип һөйләне. Көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, бәхәсле фекерҙәр әйтелде, әммә сығыштарҙа ниндәйҙер тар шәхси мәнфәғәттәр өҫкә ҡалҡып сыҡманы, уртаҡ яҙмышыбыҙ, шатлығыбыҙ, борсоло­уыбыҙ – әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында ихлас ҡайғыртыу, юғары маҡсаттар тураһында уйланыу үҙәктә булды. Съезд аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Хәләф Ишморатов сығыш яһаны, алдағы бурыстар хаҡында һөйләне.
Йәшерен-батырын түгел, яҙыусылар съездарының, йыйылыштарҙың төрлөләрен күрергә тура килде. Мәҫәлән, һикһәненсе йылдар аҙағындағы беҙҙең кесе йәки оло йыйындарҙағы бик йәмһеҙ сығыштарҙы, ярһып-ярһып әйтелгән нахаҡ һүҙҙәрҙе, бит йыртышыуҙарҙы иҫкә төшөрһәң, бөгөн дә уңайһыҙ булып китә. Күңелдәрҙә йылдар буйы йыйылып килгән рәнйеү-асыуҙар, бәлки, шулай әҙәп самаларын емереп тышҡа бәреп сыҡҡандыр. Һүҙ иреклеге тигәндән эйфорияға бирелеп, башы әйләнгән байтаҡ кешеләрҙең нимә һөйләгәндәрен үҙҙәре белмәй башлауҙары ла, үҙгәртеп ҡороу тигәнде емереү-ҡырыу тип аңлаған саҡтар ҙа булманы түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артығы менән булды. Шул буталсыҡ замандарҙа берәүҙәр, башҡаларға юҡ ғәйептәрҙе өйөп, нисек тә үҙен күрһәтеп ҡалырға ашыҡты, икенселәре үс алырға тырышты. Ошондай хәлдәрҙең иң яҡты, иң изге уй-кисерештәр менән генә рухланып йәшәргә тейешле яҙыусылар араһында таралыуы бигерәк тә үкенесле ине. Бәхеткә күрә, ундай биҙгәк тотоуҙар хроник ауырыуға әйләнмәне, күптәр баш баҫып эшләүен дауам итте. Тартышып-өҙгөләшеп кенә донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеп булмай. Әҙәби хеҙмәт бит – барыһынан да бигерәк ижад итеү, әҫәрҙәр тыуҙырыу, матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүсе китаптар сығарып, уҡыусыларҙы ҡыуандырыу ул. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең ижади һөйләшеүҙәрҙә ихласлыҡ, теләктәш­лек артып, тарҡаулыҡтың яҡшылыҡҡа кил­тер­мәйәсәген нығыраҡ аңлай барабыҙ, яңы йүнәлеш алған Башҡортостан шарттарында рухи үҫеш өсөн тыуған мөмкинлек­тәрҙе ҡәҙерләргә, булғанды һаҡларға нығыраҡ өйрәнәбеҙ, дөйөм үҫешкә үҙ өлө­шөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Башҡортос­тан яҙыусыларының ун өсөнсө съезы шул һәйбәт күренештәрҙең бер сағылышы булды.
Съезға Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорт әҙиптәре лә ҡайтҡайны. Унда Рәсәй яҙыусы­лары союзы секретары Николай Переяслов ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Беҙҙең респуб­ликалағы хәлдәр, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, мәғарифҡа булған иғтибар тураһында ҡунағыбыҙ һоҡланып та, дуҫтарса көнләшеп тә һөйләне, съезыбыҙ, ғөмүмән, әҙәби мө­хитебеҙ тураһында аҙаҡ Мәскәү матбуға­тында байтаҡ хуплау һәм маҡтау һүҙҙәре әйтелде. Бар ғәләм алдында шундай баһаларҙы ишетеү ҡанатландырып ҡына ҡалмай, ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй.


– Ике съезд араһындағы әҙәби процесс хаҡындағы отчет докладының иң уңышлы өлөшө, миңә ҡалһа, шиғриәткә байҡау булды. Әлбиттә, доклад матбуғат биттәрендә яҡтыртылды. Шулай ҙа башҡорт шиғриәтен даими күҙә­теп барған ҡыҙыҡһыныусан уҡыусыла Һеҙҙең үҙегеҙҙән ишетеү теләге юҡ түгелдер: ике съезд араһында әҙәби күренеш булырҙай йондоҙҙар тоҡандымы шиғриәт күгендә?

– Әгәр съезға әҙерләнгән доклад проза, поэзия, драматургия һ.б. ижади секциялар­ҙың ике съезд араһындағы әҙәби хәрәкәтте ентекле байҡаған отчеттарынан механик рәүештә ҡоролған булһа, унда һәр жанр тиге­ҙерәк сағылыр, үҙенсә баланс һаҡланыр ине. Ләкин ижади секцияларҙың күбеһендә ундай ентекле күҙәтеүҙәр әҙерләнмәне. Унан һуң, яҙыусыларҙың ике оло ҡоролтайы ара­һындағы әҙәби күренештәргә, донъя күргән әҫәрҙәргә бәйле минең үҙемдең һөйөнөү­ҙәрем һәм көйөнөүҙәрем, күҙәтеүҙәрем туп­лана барҙы, шуларҙы уҡыусыларға, ҡәләм­дәштәргә еткерге килде. Башҡортостан яҙыу­сыларының ун икенсе съезында ла, ун өсөн­сөһөндә лә мин бына шундай уйланыуҙарым­дан тыуған докладтар менән сығыш яһаным. Тимәк, уҡыусының үҙемдән ишетергә теләгәндәре нәҡ ана шул докладта әйтелгән. Ярайһы уҡ ҙур күләмле ул хеҙмәтем “Ағиҙел”, “Бельские просторы” журналдарында баҫылып сыҡты. Ҡыҙыҡһыныусылар шул баҫмалар аша ныҡлап таныша ала.
Ә инде шиғриәткә байҡау өлөшө иң уңышлыһы тип баһалайһығыҙ икән, был хаҡта мин, бәлки, ысынлап та ентекләберәк һөйләгәнмендер, мәсьәләләрҙе нығыраҡ аңлап-тойоп фекер йөрөткәнмендер. Ни тиһәң дә, үҙем дә ғүмерем буйына шиғриәт иленә ғашиҡмын, уға тоғро хеҙмәт итергә тырышам. Ул донъяның һыҙланыуҙары миңә нығыраҡ таныш.
Шиғриәт күгендәге яңы йондоҙҙар... Улар бит йыл һайын тоҡанып тормай. Әйләнгән һайын яңы йондоҙ тыуып торһа, уның, бәлки, ҡыҙығы ла булмаҫ, ҡәҙере лә ҡалмаҫ ине. Шуғалыр ҙа, моғайын, илаһи көстөң йыһан ҡуйынынан баҙлатып килтереп яңы йондоҙ сығарған саҡтары бик һирәк була торғандыр.
Шиғриәттә яңы йондоҙҙарҙы Алланан һорап-ялбарып алып булмай. Аҡмуллалар, Шәйехзадалар, Мостайҙар, Рәмиҙәр, Рәшит Назаровтар, Рәмзиләләр шиғриәт күгендә халҡыбыҙ яҙмышындағы аҫыл бүләк булып тоҡана. Ләкин бүләк кенәме икән? Минең был хаҡта ла уйланғаным бар.
Йәннәт кеүек Башҡортостаныбыҙ, алтын Уралыбыҙ – өлөшөбөҙгә төшкән иң ҡим­мәтле хазина. Ләкин мин бына шулай фараз ҡылам: был хозур ерҙәр беҙгә Хоҙай тарафы­нан бүләк итеп кенә түгел, һынамаҡҡа ла бирелмәнеме икән? Ошо ерҙе ҡәҙер­ләр­ҙәрме, һанлай алырҙармы? Ошо матур­лыҡ­ҡа лайыҡ матур тормош ҡора алырҙармы?

Ата-бабаларыбыҙ был тарихи һынауҙы күпме яуҙарҙа үтеп сыҡҡан, матур итеп донъя көтөргә тырышҡан. Әгәр төрлө яуыз көстәр төрлө яҡтан быуаттар буйына туҡтауһыҙ ябырылып, иркен йәшәргә юл бирмәгән икән, быныһында халҡымдың ғәйебе юҡ. Ошондай ҡаршылыҡтар аша үтеп тә, ғәзиз Уралын һәм милли рухын һаҡлап ҡала алған икән, халҡыбыҙ үҙен яңы ҙур ҡаһарманлыҡтарға һәләтле итеп тойорға, алдына тағы ла яуаплыраҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәргә бурыслы.
Әҙәбиәтебеҙҙә лә (шиғриәт менән генә сикләмәйек) шулай түгелме ни? Бөйөк таланттар халҡыбыҙға бирелгән бүләк кенә түгел, уның алдына ҡуйылған һынау ҙа бит ул. Милләт үҙенең бөйөк шәхестәрен аңлай һәм баһалай алырмы, ул әйткән аҡыллы кәңәштәргә һәм зирәк иҫкәртеүҙәргә теләктәшлек белдерерме?
Халыҡтың күңеле һиҙгер, ҡолағы һаҡ, күҙе осҡор. Аҡыллы фекерҙе ул тиҙ ишетә һәм баһалай белә. Ләкин хаҡ һүҙ әйтеүсе, халыҡҡа дөрөҫлөктө еткереүсе шағирҙарҙың, әҙиптәрҙең ауыҙын ябырға, юлдарын бикләргә тырышҡан хакимдар ҙа тарихта аҙ булмаған, улар әле лә юҡ түгел. Шул уҡ ваҡытта барыһын да түрәләргә генә япһарырға ярамай. Мәҫәлән, Сталиндың үлгәненә ярты быуат ваҡыт үтеп бара, әммә бөгөнгө бөлгөнлөктәр өсөн һаман да уны ғәйепләйҙәр. Милли мәктәптәргә бик ҙур зыян килтергән Хрущев та күптән инде донъяла юҡ, ә беҙ һаман да туған тел мәсьәләһендә үҙебеҙгә үҙебеҙ тәнҡит күҙе менән ҡарарға өйрәнә алмайбыҙ. Шағирҙар, әҙиптәр матбуғатта ла, төрлө сығыштарҙа ла милләттәштәрен телгә, милли гәзит-журналдарға, башҡорт китабына иғтибарлы булырға, мәсьәләләрҙе күмәкләп хәл итергә өҙгөләнеп саҡыра, әммә күптәр һаман да вайымһыҙ, етмәһә, үҙен уйлау урынына башҡаны ғәйепләй. Хатта ундайҙар Рәми Ғарипов һымаҡ исемдәрҙе лә, уның “Туған тел” шиғырын да телгә ала, әммә асылда башҡорт китабын тотоп та ҡарамай, матбуғатын алдырмай. Яҡты йондоҙҙарҙың исеме менән һатыу итә.

Бына шундай уйҙарға һалды йондоҙҙар тураһындағы һорауың, Таңсулпан һылыу. Йондоҙҙоң нуры ҡәҙерләй белгәндә генә күңелдәргә үҙенең шифаһын бирә.
Ике съезд араһында шиғриәтебеҙ күгендә өр-яңы йондоҙ дөрләп тоҡанды тип һөйөн­сөләй алмаһам да, байтаҡ шағирҙарыбыҙҙың яңы балҡыштары ҡыуандыра. Исемдәрҙе атап тормайым, һүҙ былай ҙа оҙаҡҡа китеп бара. Ләкин шуныһы бәхәсһеҙ: башҡорт шиғриәте үҙенең бейеклеген ышаныслы һаҡлай. Бигерәк тә һикһәненсе йылдар аҙағында ижад донъяһына ныҡлап килеп ингән быуын һуңғы ваҡытта ырамлы һәм талантлы эшләй.
– Съезда сығыш яһаусыларҙың күбеһе ике йыйын араһында иң ҡыуаныслы күренеш тип башҡорт сәхнәһенә яңы драматургтарҙың аяҡ баҫыуын билдәләне. Быға Һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

– Ысынлап та, яңы исемдәр байтаҡ. Һуң­ғы ваҡытҡа тиклем башҡорт драматургтары араһында берәй яңы авторҙың күре­неүе сенсация хәлендәге яңылыҡ була торғайны. Иҫебеҙгә төшөрәйек: Илшат Йо­мағолов, Фәрит Богданов, Рафаэль Сафин, Хәкимйән Зарипов, Ғәзим Шафиҡов, Шамил Рәхмәтуллин, Наил Ғәйетбаев, Флорид Бүләков... Уларҙың һәр береһе дра­матур­гияға берәм-берәм килде тиергә мөмкин. Ә бына туҡһанынсы йылдарҙың аҙағына табан сәхнәгә тәүге әҫәрҙәре күтәрелгән йәки ҡулъяҙмалары тикшерелгән айырым бер-ике авторҙы ғына түгел, тотош исемлекте телгә ала башланыҡ. Һанай башлаһаң, яңы исемдәр ундан ашып китә. Авторҙарҙың ошолай эркелеп килгәне башҡорт драматургияһында быға тиклем әле бер ҡасан да булғаны юҡ ине. Был өлкәлә йәш авторҙарға ҡытлыҡ. Яңы исемдәрҙең бик һирәк күренеүе тураһындағы хафалы һүҙҙәр күпме ваҡыт буйына ҡабатлана килде. Ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалған һымаҡ. Был – ҡыуаныслы үҙгәреш.
Совет дәүерендә драматургтарҙың, шул иҫәптән йәштәрҙең дә, ил күләмендә семинарҙары, төрлө уҡыуҙары, фекер алышыуҙары ойошторола торғайны. Хәҙер бындай аралашыуҙар иҫтәлектәрҙә генә ҡалды. Уның ҡарауы, үҙебеҙҙең Башҡортос­танда матур бер йола барлыҡҡа килде. Йәй һайын Мәҙәниәт министрлығы Баймаҡ районының йәмле Талҡаҫ буйындағы ял йортонда йәш драматургтарҙың ижади семинарын ойоштора. Өфөнән һәм Мәскәүҙән килгән тәжрибәле театр белгестәре, танылған режиссерҙар ҡатнашлығында ҡулъяҙмалар хаҡында ике аҙнаға яҡын фекер алышыуҙар бара. Был эштәрҙе ойоштороуға айырыуса Наил Ғәйетбаев күп көс һала. Талҡаҫтағы осрашыуҙарҙың һәйбәт һөҙөмтәләрен унда ҡатнашыусыларҙың яңы әҫәрҙәренең сәхнәгә күтәрелер дәрәжәгә етеүҙәрендә күреп торабыҙ.
Драматургияла яңы авторҙарҙың күпләп күренә башлауы киләсәккә өмөттө нығытмай ҡалмай, әммә улар араһында сәхнәләре­беҙҙе (үҙебеҙҙән ситтәге театрҙар тураһында әйтеп тә тормайым) шаулатҡан, ҙур ваҡиғаға әйләнгән әҫәрҙәр менән ҡыуандырған драматургтарҙың бөтөнләй һирәк булыуы бошондора. Ҡыҫҡаһы, һан бар, ә сифат яғы самалыраҡ. Йәштәр артабан тәжрибә туплар, ҡәләмдәре үткерләнер, һан сифатҡа әйләнер тип өмөтләнәйек.

Хәҙерге йәш драматургияға ҡарата тағы ла бер һүҙ әйтке килә. Бер заман, айырыуса һикһәненсе йылдарҙа, беҙҙең театрҙарҙы кәмиттәр баҫып ала башланы. Хатта уны үҙенсә нигеҙләргә, хәҙерге тамашасы етди әйберҙәр ҡарарға яратмай, ул көлкө тамашаларға ғына йөрөй тип аңлатырға маташыуҙар йышайҙы. Әлбиттә, күңелле әҫәрҙәр ҙә сәхнәгә йәм өҫтәй, тамаша­сыларға онотолмаҫ кинәнес мәлдәре бүләк итә. Яңыраҡ мин Әнғәм Атнабаевтың “Игеҙәктәр” исемле комедияһын телевизор­ҙан ҡараным. Ҡыҙыҡлы персонаждар, оҫта ҡоролған ситуациялар, тапҡыр тел – былар барыһы ла иҫтә ҡала. Ләкин Әнғәм Атнабаев башҡорт драматургияһында иң элек көслө характерҙарҙы, фажиғәле яҙмыштарҙы кәүҙәләндергән “Ул ҡайтты” исемле әҫәре менән дан ҡаҙанды, тәүге һынауҙар шундай юғарылыҡта үтте.
“Хәҙерге тамашасы етди әйбер ҡарарға яратмай, кәмитте ярата”, – тип тамашасы артынан эйәрергә ярамай. Киреһенсә, уны үҙеңдең артыңдан яңы эстетик юғарылыҡҡа әйҙәргә, унда нескә зауыҡ тәрбиәләргә кәрәк. Унан һуң, тамашасы етди әҫәрҙе ҡабул итмәй тигән төптө хата фекер менән һис кенә лә килешеп булмай. Мостай Кәрим “Ҡыҙ урлау” комедияһы менән генә түгел, барыһынан да бигерәк “Ай тотолған төндә”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” исемле трагедиялары менән тамашасы­лары­быҙҙың эстетик зауығын үҫтерҙе, милли драматургиябыҙҙы донъя күләменә алып сыҡты.
Бөгөнгө йәш драматургтарыбыҙҙың байтағының баштан уҡ етди темаларға тотоноуы ҡыуандыра. Тарихҡа иғтибарлылар, фәлсәфәгә, символикаға ынтылыш көслө, шиғри аһәң бар, телгә талапсан булырға, һүҙҙең бәҫен ебәрмәҫкә тырышыу һиҙелә. Тик беҙҙе уратып алған хәҙерге ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларға иғтибарлыраҡ булһындар ине. Театрҙың халыҡҡа тәьҫире, йәш быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәте айырыуса көслө. Йәштәрҙе ҡанатландырырлыҡ, уларға ысын өлгө булырлыҡ образдар йышыраҡ күренһен ине сәхнәләребеҙҙә.


– Проза – әҙәбиәттең умыртҡа бағанаһы. Һуңғы йылдарҙа байтаҡ ҡына әҙиптәребеҙ фани донъя менән хушлашты. Был хәл “бағана”ның ныҡлығын ҡаҡшатыр тигән шик тыуҙырмаймы Һеҙҙә?

– Башҡорт шиғриәте үҙенең тарихи тамырҙары буйынса ла, бөгөнгө художестволы камиллығы яғынан да башҡа жанрҙарҙан юғарыраҡ торһа ла, һәр әҙәбиәттең өлгөрөү кимәлен, хәҙерге заманса йөҙөн күп йәһәттән проза билдәләй. Һуңғы биш-алты йыл эсендә башҡорт прозаһы бик ҙур юғалтыуҙар кисерҙе, уның ғорурлығы булған күпме алтын бағаналары ауҙы. Быға әле һаман ышаныуы ла, күнегеүе лә ҡыйын. Ҡәләмдәштәребеҙҙең ниндәйҙәре арабыҙҙан китте! Динис Бүләков, Булат Рафиҡов, Яныбай Хамматов, Рәшит Солтангәрәев... Һәр береһе оло ижади донъя, һәр береһе хәҙерге прозабыҙҙың төп таяныстары ине. Яныбай ағай хеҙмәт ҡаһарманы булды, егермегә яҡын романдан торған уникаль мираҫ ҡалдырҙы. Быға тиңдәш эштәр башҡарырҙай ижадсы әҙәбиәтебеҙгә тиҙ генә килерме икән, ай-һай... Булаттың да, Динистың да, Рәшиттең дә күпме мөмкинлектәре асылмай ҡалды, таланттарының иң өлгөргән, уй-хистәренең иң тулышҡан, көслө сағында яҡты донъянан китеп барҙылар. Мин уларҙы ныҡ юҡһынам. Ижадта ғына түгел, тормошта ла фекерҙәштәр булып, яҡындан аралашып йәшәнек. Баҡсаға барһам, күршем Булат Рафиҡов йорто янында туҡылдап йөрөр һымаҡ. Өйҙә телефон шылтыраһа, Рәшит Солтангәрәевтең тауышы ишетелер һымаҡ. Уның вафатына инде бер йыл тулып килә, ә үҙе минең өсөн һаман тере шикелле. Ә Динис Бүләковтың үлеме минең өсөн ғүмеремдәге иң ҙур юғалтыуҙарҙың береһе булды.
Әҙәбиәтебеҙҙәге бындай юғалтыуҙарҙан һуң тыуған бушлыҡты бер нисек тә тултырып булмай. Әлбиттә, прозабыҙҙың сафтары һирәгәйҙе, ниндәй йөк аттары сәсәп ауҙы. Уларҙың юҡлығын, уларҙың ниндәй оло көстәр булғанлығын, әҙәби тормошта ниндәй урын тотҡандарын уҡыусылар ҙа, әҙиптәр ҙә йылдар үткән һайын нығыраҡ аңлар әле.
Һуңғы йылдарҙа прозабыҙҙың ғына түгел, шиғриәтебеҙҙең дә, драматургиябыҙҙың да, әҙәбиәтебеҙҙең башҡа тармаҡтарының да юғалтыуҙары ҙур. Арабыҙҙа әле генә ниндәй аҫыл шиғырҙары менән ҡыуандырған Назар Нәжми юҡ, Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡол, Фәүзиә Рәхимғо­лова, Рәмзилә Хисаметдинова, Фәрит Богданов, Миҙхәт Ғәйнуллин, тағы әллә күпме ҡәләмдәштәребеҙ юҡ.
Ләкин был хәл әҙәбиәтебеҙҙең ныҡлығын ҡаҡшатыр тигән шик-шөбһәләргә бирелеп йәшәмәйек. Киткәндәр тереләргә ҙур эштәр йөкмәп ҡалдыра. Уларҙың аманаттарына тоғро булайыҡ. Утыҙ етенсе йылғы ҡырғындан һуң башҡорт әҙәбиәтенә яңынан күтәрелеп алып китеү еңел булғанмы ни? Аллаға шөкөр, хәҙер таяныр йәш көстәр үҫә, милләттең ҡанатланыр, күтәрелер мәле. Тарихи мөмкинлектәрҙе әрәм итмәҫкә ине.


– Балалар әҙәбиәте – әҙәбиә­тебеҙ­ҙең ауыртҡан ере – “Ахиллес үксәһе” булып ҡала, минеңсә. Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәргә гонорарҙың бәләкәй булыуы өлгөргән яҙыусыларҙы ижад итеүҙән ситләштерә. Ғөмүмән, бындай әҙәбиәт һан түгел, сифат йәһәтенән камиллаштырыуҙы көтә. Ошо йәһәттән Яҙыусылар берлеге ниндәй саралар күрергә уйлай?

– Был һорауҙа ҡуйылған мәсьәләләр айырым бер тармаҡҡа ғына түгел, барлыҡ әҙәбиәткә ҡағыла. Әҙәбиәттең “Ахиллес үксәһе” бары тик балаларға тәғәйенләнгән әҫәрҙәр яҙмышы менән генә сикләнмәй, уның ауыртҡан ерҙәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп. Һүҙ ҙә юҡ, бәләкәстәр өсөн әҫәрҙәр ижад итеү, уларҙы матур-матур китаптар итеп сабый һәм үҫмер уҡыусыларыбыҙға тиҙерәк еткереү айырыуса ҙур иғтибарға һәм хәстәргә мохтаж.
Әҙиптең иң ҙур хыялы, минеңсә, яҡшы әҫәр ижад итеү һәм уны китап итеп донъяға сығарыу. Был бигерәк тә балалар яҙыусыһына ҡағыла, сөнки бала шиғырҙарҙы ла, хикәйәне лә, әкиәтте лә китап рәүешендә ҡулына алырға күнеккән. Ләкин балалар өсөн сығарылған китаптарҙың һаны йылдан-йыл ҡыҫҡара. Был мәсьәләләрҙе беҙ күп тапҡыр күтәреп сыҡтыҡ, әммә ҡыуаныслы үҙгәрештәр әлегә бик үк күренмәй.
Ләкин бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелергә лә ярамай. Балалар өсөн яҡшы әҫәр ижад итергә теләгән талантлы әҙип гонорар бәләкәй тип кенә был изге эштән сикләнмәҫ, тип уйлайым. Өҫтәүенә беҙҙә бәләкәстәр өсөн ике журнал, бер гәзит сыға, өлкәндәр өсөн баҫмаларҙа ла яҡшы әҫәрҙәрҙе ҡушҡуллап алалар. Байтаҡтарының гонорарҙары ла һуңғы ваҡытта элекке һымаҡ бәләкәй түгел.
Әҫәрҙәрҙе сифат яғынан камиллаш­тырыуға килгәндә, был бит Яҙыусылар союзы йәки башҡа ойошманың директиваһы менән эшләнә торған эш түгел. Был хаҡта иң элек автор үҙе хәстәрләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта Яҙыусылар союзында балалар әҙәбиәте секцияһының эшен нығыраҡ йәнләндерәһе, йәштәр менән бәйләнештәрҙе көсәйтәһе бар.


– Съезда әҙәби тәнҡит, тәржемә буйынса ла һөйләшеү булды. Былар хаҡында Һеҙҙең шәхси фекерегеҙ?

– Минең шәхси фекерем съездағы докладымда әйтелгәйне инде. Әҙәбиәттәге бая телгә алынған “Ахиллес үксәһе”нең иң тиҙ бирешеп барыусаны (русса әйткәндә, “самое уязвимое место”), моғайын, ошо тәнҡит һәм тәржемәлер. Улар бер-береһенән бик ныҡ айырылған өлкәләр, әммә көстәрҙең аҙ булыуы йәһәтенән дә, һүлпәнлек йәһәтенән дә үҙ-ара бик оҡшаштар.
Тағы ла шул оҡшашлыҡ. Әгәр шағирҙы, әҙипте, драматургты тәбиғәт үҙе тыуҙырһа, уларға кәңәштәр менән генә ярҙам итеп булһа, тәнҡитселәрҙе, тәржемәселәрҙе үҫтереү өсөн конкрет саралар күрергә, уларҙы мaxcyс уҡытырға мөмкин. Былай тип әйтеү һәр кем тәнҡитсе йәки тәржемәсе була ала тигән һүҙ түгел. Ләкин был эште эҙмә-эҙлекле алып барып, ойоштороп була. Туҡһанынсы йылдарҙа, мәҫәлән, Яҙыусылар союзы Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында бер төркөм йәш тәржемәселәрҙе уҡытып ҡайтарҙы. Хәҙер шуларҙан Айҙар Хөсәйенов “Бельские просторы” журналында эшләй, тәржемә эше, уны ойоштороу менән ныҡлап шөғөлләнә. “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Фәрит Әхмәҙиев тә – һәләтле тәржемәсе, тик был эшкә һуңғы ваҡытта күберәк ваҡытын бүлә алмауы үкенесле. Айгөл Әхмәҙиева, Зөһрә Бураҡаева, Диләрә Ғарипова ла – башҡорт әҙәбиәтен рус уҡыусыһына еткереүҙә һәйбәт эштәр башҡарырҙай тәржемәселәр. Күрәһегеҙ, ойошторғанда йәш көстәрҙе үҫтереп була. Ләкин Мәскәүҙә тәржемәселәр әҙерләү өсөн элекке мөмкинлектәр хәҙер бөтөнләй юҡ.
Һуңғы ваҡытта йәш тәнҡитселәр, дөрөҫөрәге, йәш әҙәбиәт белгестәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары күберәк күренә башланы. Ғөмүмән, хәҙер йәштәрҙең уҡыуға нығыраҡ ылығыуы – ҡыуаныслы үҙгәреш.


(Әңгәмә ҡыҫҡартып алынды).

2000 йыл.
Читайте нас в