Алмаштырғыһыҙ ҡулланма буласаҡ.
Ошо көндәрҙә “Китап” нәшриәтендә “Башҡортостандың ауыл-ҡалалары” (“Населенные пункты Башкортостана”) тип исемләнгән белешмә-йыйынтыҡ баҫылып сыҡты. Башҡортостанстат ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренең сираттағы ижад емеше республикабыҙҙың 100 йыллығына оло бүләк булды.
Дүрт китаптан торған белешмә-йыйынтыҡта СССР-ҙа һәм Рәсәй Федерацияһында 1939 – 2010 йылдар арауығында үткәрелгән ете халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары тупланған. Билдәле булыуынса, ошондай ҙур саралар үткәреү арҡаһында халыҡ һаны, уның ижтимағи-демографик хәле, ҡайҙа көн итеүе һәм айырым демографик күренештәрҙең һөҙөмтәһе хаҡында иң тулы мәғлүмәт йыйыла.
Әле һүҙ барған белешмәлә шулай уҡ БАССР һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы ауыл-ҡала биләмәләре, ошо төбәктең административ-территориаль төҙөлөшөндәге үҙгәрештәр хаҡында фәһемле мәғлүмәт табырға мөмкин.
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу IX быуаттан башлап үткәрелә, кеше һанын белеү кемдән күпме һалым түләтеү маҡсатынан сығып эшләнә. Был сараны хатта Алтын Урҙа хандары ла ҡуллана башлай. Алынған мәғлүмәттәр татар-монгол баҫҡынсыларына халыҡтан яһаҡ йыйыу өсөн кәрәк була.
XIV быуатта иһә ер биләмәләрен теркәү (“поземельная перепись”) киң ҡолас ала, сөнки хужалыҡтағы ер участкаһының майҙанына ҡарап һалым күләме билдәләнә, бер үк ваҡытта халыҡ иҫәбен алыу ҙа үткәрелә.
XVII быуатта һөнәрселек һәм сауҙа йылдам үҫә башлай, үҙаллы хужалыҡтар арта. Шул сәбәпле “поземельная перепись” урынына йорт хужалығын (“подворный”) теркәү индерелә.
Петр Беренсенең Указына ярашлы, 1718 йылдан бирле “йән иҫәбен алыу”ҙы ҡуллана башлайҙар. Ошондай тәүге перепись (уны “сказка” тип атайҙар) 1720-1721 йылдарҙа уҙғарыла, һуңынан уның йомғаҡтарын тикшереү үткәрелә, йәғни “ревизия” яһала, йыйылған мәғлүмәттәр “ревизские сказки” тип йөрөтөлә башлай.
Рәсәйҙә 1718 – 1858 йылдарҙа барлығы ошондай ун “ревизия” яһала. Һуңынан халыҡ иҫәбен алыуҙар даими рәүештә ойошторола, 1897 йылда илдә Беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә.
Тәүге Совет переписе 1920 йылда Граждандар һуғышы, илдәге тарҡаулыҡ һәм власһыҙлыҡ шарттарында уҙғарыла, шуға ла тейешле һөҙөмтә бирмәй. 1926 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыуға илдең барлыҡ кешеләре тиерлек йәлеп ителә, мәғлүмәттәр тулы һәм методик йәһәттән дөрөҫ итеп йыйыла.
Артабан СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә 1939 – 2010 йылдарҙа тағы ла ете перепись үткәрелә, тап уларҙа тупланған материалдар алда телгә алынған йыйынтыҡ-белешмәгә кергән дә инде. Әйтергә кәрәк, был тупланмаға ингән мәғлүмәттәр ошондай форматта һәм күләмдә тәүге тапҡыр донъя күрә.
Тарихи күҙлектән ҡарағанда, 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре оло иғтибарға лайыҡ. Билдәле булыуынса, быға тиклем республикала һаҡланып килгән кантон-улус (волость) территориаль бүленеше бөтөрөлөп, 1930 йылда райондар ойошторола, 1940 йыл башына 63 район иҫәпләнә. Сәнәғәт тармағының йылдам үҫеше арҡаһында ҡала тибындағы эшсе ҡасабалары барлыҡҡа килә. Баймаҡ, Белорет, Ишембай, Благовещен ҡала статусын ала. Һөҙөмтәлә уларҙа йәшәүселәрҙең һаны 540,3 меңгә етә, йәғни бөтә халыҡтың 17,1 процентын тәшкил итә.
Район биләмәһендәге ауыл советтарының структураһы үҙгәреп тора, ҡайһылары барлыҡҡа килә, ҡайһылары бөтөрөлә, исемдәре алмаштырыла. Шуныһы ҡыҙыҡлы: һуғышҡа тиклем төрлө ҙурлыҡтағы һәм тәғәйенләнештәге торлаҡ күп була. Әйтәйек, “сторожка Дорстроя”, “табор колхоза”, “пруд Сафрановский”, “Участок Актау”, “Барак №”, “Бакан №” һәм башҡалар. Ошо исемдәр 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарына кереп киткән. Баҡтиһәң, переписте әҙерләгәндә ошондай тораҡ пункттарҙың дөйөм бер статусын билдәләүсе төшөнсә табылмаған була, шуға ла уларҙы урындағы халыҡ нисек тип атап йөрөткән, шулай теркәгәндәр.
Һуңғараҡ ҡына улар, дөйөмләштереп, “ауыл”, “хутор”, “ҡасаба”, “разъезд” һәм башҡалар тип йөрөтөлә башлай һәм рәсми документтарға инеп китә. Миҫалға Ҡырмыҫҡалы районының Ҡамышлы ауыл Советын алайыҡ, уның составында 1939 йылда эреле-ваҡлы 11 пункт булған. Әле Ҡамышлы ауыл биләмәһенә биш кенә ауыл ҡарай. Тағы бер миҫал: Благовещен районы Горно-Усин ауыл Советына Соколовский поселогы, Бакан №, Барак №, хутор Второй Шайхали һәм бүтән шундай пункттар ингән. Был атама-исемдәрҙе хәҙер халыҡ та онотоп бөткәндер, әммә перепистә теркәлеп ҡалыуы арҡаһында уларҙың барлығын беләбеҙ. Төрлө исем-атама йөрөткән тораҡ пункттарҙың күбеһе хәҙер юҡ инде, айырыуса 1960 – 1970 йылдарҙа улар төрлө сәбәпле күпләп юҡҡа сығарылды.
1926 – 1939 йылғы перепистәр арауығында республикала халыҡ һаны байтаҡҡа арта, әммә унан һуңғы осорҙа үҫеш ҙур булмай. Төрлө объектив сәбәптәр арҡаһында тыуым кәмей, шуға ла 1939 – 1959 йылдарҙа үҫеш 5,5 процент ҡына тәшкил итә, был хәл артабан да күҙәтелә. 1959 – 1970 йылдарҙа халыҡ һаны 3814,9 мең кешегә етә, 1999 йылда 4 миллион сиге үтелә. Дөйөмләштереп әйткәндә, республиканың әлеге биләмәһендә йәшәүселәрҙең һаны 1897 йылғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға арта.
Ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең нисбәте хаҡында ла белешмәлә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерелә. 1897 йылда әлеге Башҡортостан биләмәһендә дүрт кенә ҡала – Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Бөрө – була, уларҙа 79 мең кеше йәшәй. Әммә үткән быуаттың етмешенсе йылдарында ҡалаларҙа һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа халыҡ һаны ҡырҡа арта, 1972 йылда улар 50,1 процент тәшкил итә, ауыл ерҙәрендә 49,9 процент тороп ҡала. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ҡалала йәшәүселәр 2461,7 меңгә етә (60,4 процент), республикала 21 ҡала һәм ҡала тибындағы ике ҡасаба иҫәпләнә.
Алдараҡ әйтеп үткәнебеҙсә, төрлө осорҙа, төрлө шарттарҙа үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыуҙарҙың бай һәм ҡыҙыҡлы тарихы бар, ифрат ҡиммәтле мәғлүмәттәр йыйылған. Үкенескә ҡаршы, уларҙы халыҡҡа еткереү ваҡытында тейешенсә ойошторолмаған, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында тупланған материалдар матбуғатта сыҡмаған йәки китап итеп баҫылмаған, архивтарҙа һаҡлана бирә. Шуға күрә был мираҫты өйрәнеү һәм тормошта ҡулланыу эше ныҡлап яйға һалынмаған. Дүрт томдан торған белешмә-йыйынтыҡты әҙерләп нәшер итеү ғилми-тикшеренеү эштәрен артабан төрлө йүнәлештәрҙә, атап әйткәндә, тарих, география, социология, демография, иҡтисад өлкәләрендә киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү мөмкинлеге бирәсәк. Йыйынтыҡта тупланған бай һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте ғалимдар, студенттар, мәктәп уҡыусылары, үҙ Ватанының тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүселәр, милләттәр яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусылар, үҙ нәҫеленең тамырҙарын белергә теләүселәр, ғөмүмән, барлыҡ кешеләр файҙалана ала.
Башҡортостанстат хеҙмәткәрҙәренең етди эҙләнеүҙәре арҡаһында барлыҡҡа килгән ҙур ижади эше 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә әҙерләнгән саҡта ла алыштырғыһыҙ ҡулланма буласаҡ тип ышанырға ҡала.