Быйыл 15 июндә Ишембай районында Торатау буйында “Сармат вариҫтары” тип аталған этно-фольклор фестивале буласаҡ.
Был фестиваль сармат халыҡтарының боронғо һәм серле мәҙәниәте менән таныштыра, улар Көнсығыш Европаның дала өлөштәрендә йәшәгән халыҡтарҙың ата-бабаһы тип һанала.
Байрамда биш мең самаһы кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Улар Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә киләсәк. Фестиваль ҡунаҡтары араһында билдәле шәхестәр һәм блогерҙар ҡатнашасаҡ.
Фестиваль мәлендә бик күп саралар планлаштырылған. Улар араһында милли уйындар, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, концерт, күңел асыу, Эльбрус Ниғмәтуллин шоуы, атта сабыу һәм башҡалар бар. Шулай уҡ балалар өсөн дә уйындар һәм бәйгеләр ойоштороласаҡ.