Бөтә яңылыҡтар

"Башҡортостан"да - яңы директор

"Башҡортостан" дәүләт концерт залына яңы етәксе тәғәйенләнде.

Фото: yandex.ru
"Башҡортостан" дәүләт концерт залына яңы етәксе тәғәйенләнде.


Ул - билдәле йырсы Вилдан Яруллин.


Вилдан Яруллин 1968 йылдың 17 апрелендә Учалы районының Мулдаҡай ауылында тыуған. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала. "Каруанһарай" төркөмө солисы, етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы.


Коллективты бөгөн яңы етәксе менән таныштырҙылар.