Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ шағирына арнала

Бөгөн Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә” тип аталған VIII Бөтә Рәсәй төркиәт көнференцияһы тантаналы асылды. Быйылғы сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Уны М. Кәрим исемендәге фонд стипендиаттары халыҡ шағирының шиғырҙары менән башлап ебәрҙе.

Мәртәбәле форумды Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Фәндәр академияһы менән берлектә ойоштора. Уның барышында Урал-Алтай халыҡтарының мәҙәниәтенә һәм тарихына, төрки телдәрҙең үҫешенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ. Шулай уҡ фәнни симпозиумда Мостай Кәримдең тормошона һәм ижадына, уның башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге роленә ҡағылышлы сығыштар тыңланасаҡ.

Быйылғы конференция халыҡ-ара статусҡа эйә: уның эшендә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзербайжан илдәре, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренең фәнни-тикшеренеү институттары вәкилдәре ҡатнаша.

Автор фотоһы.