Бөтә яңылыҡтар

"Ирәндектең аҫыл таштары" кемдәрҙе данлай?

Баймаҡ районының “Ирәндек” совхозына ҡараған Моҡас, Беренсе һәм Икенсе Төркмән, Басай, Күсей, Тоҡтағол ауылдарында йәшәгән хеҙмәт алдынғыларын, күренекле шәхестәрен, үҙ эшенең оҫталарын данлаған “Ирәндектең аҫыл таштары” исемле йыйынтыҡтың исем туйы “Ирәндек” этнотур базаһында үтте.

Фотолар Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.

Учреждение етәксеһе Фәнис Кәримов әйтеүенсә, сараның Ураҙа байрамына тура килеүе – икеләтә шатлыҡ. Беренсенән, Моҫтай ауылының “Шаһишәриф” мәсетендә байрам намаҙҙары үтә, ҡорбан салына. Икенсенән, ошонда уҡ Әлнисә Алдырханованың “Ирәндектең аҫыл таштары” китабының исем туйы үтә. Сарала йыйынтыҡҡа ингән кешеләрҙең ҡатнашыуы – үҙе үк оло мәртәбә.

Байрам йәнле аралашыу, йыр-моң менән үрелеп барҙы, аҙаҡ барыһы ла ҡорбан ашы янына йыйылды. Халыҡ өсөн шулай уҡ спорт ярыштары, милли уйындар ойошторолдо.
Читайте нас: