19-20 июндә Башҡортостанда “Ай ауазы” төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһе үтәсәк. Сара Рәсәй Президентының грантына үткәрелә.
Конкурс Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына бағышлана. Ғәҙәттәгесә, ул Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында үтәсәк.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн өзләүселәр, яңғыҙ һәм төркөм менән ҡумыҙҙа уйнаусылар саҡырыла. Конкурс ике турҙа үтәсәк, ҡатнашыусылар 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәк йәш категорияларында көс һынашасаҡ.
Конкурс сиктәрендә жюри ағзалары менән түңәрәк өҫтәл ойошторола. Еңеүселәр һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашлығында ҙур концерт әҙерләнә. Сараны республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәсетле районы хакимиәте ойоштора.