Милли кейемгә ҡарата иғтибар һәм ихтирамды арттырыу, биҙәүестәргә заманса төҫ биреү, уларҙы дөрөҫ эшләү һәм йәштәргә өйрәтеү маҡсатында Сибайҙа дүртенсе йыл рәттән башҡорт милли кейеме байрамы ойошторола. “Сәсмәүерем-селтәрем” тип аталған IV төбәк-ара башҡорт милли кейемдәре фестиваль-конкурсы 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә үтте.
Сарала ҡул оҫталарының ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренән, милли кейем, кейеҙҙән эшләнгән төрлө әйберҙәр күргәҙмәһе эшләне, оҫталыҡ дәрестәре үтте, конкурсанттар селтәр яһау, кейеҙгә биҙәк төшөрөү кеүек ярыштарҙа көс һынашты.
Артабан байрамды ҡаланың төрлө ойошма, уҡыу йорттары, учреждениелар һәм килгән ҡунаҡтарҙың сағыу милли кейемдәрҙә үткән парады биҙәне. Бәйгеселәр, үҙҙәре теккән, бәйләгән, сиккән әйберҙәрен күрһәтеп, баһалама ағзалары хөкөмөнә сығарҙы.
Сибай милли кейемдәрҙең сағыулығынан, селтәр, ҡашмау кеүек милли биҙәүестәрҙе таҡҡан ҡатын-ҡыҙҙың илаһи матурлығынан, гүйә, йәйғор төҫтәрендә балҡыны, күҙҙәр ҡамашты.
Зөлфиә СӘЙФЕЛМӨЛӨКОВА, Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһы:
– Үҙем яһаған ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен алып килдем. Үткән йыл өйрәнеп, ҡарап ҡайтҡайным, быйыл үҙ эштәремде ҡуям. Ситтә йәшәһәк тә, милләттәштәр менән осрашып торабыҙ, Башҡортостанда үткән мәҙәни сараларҙа һәр саҡ ҡатнашырға тырышам.
Вәсилә БАТТАЛОВА һәм Рәшиҙә МОРТАЗИНА, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы:
– Былтыр селтәр, гәләбәш эшләү серҙәре менән танышһаҡ, бөгөн кейеҙгә биҙәк һалыу буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаштыҡ. Бындай конкурстарҙы даими үткәреү кәрәк.
Хафиза БАЯЗИТОВА, Әбйәлил районы, “Селтәр” номинацияһында Гран-при яулаусы:
– Ҡул эштәре менән электән шөғөлләнәм. Милли кейем һәм биҙәүестәрҙе тегеү, эшләү беҙҙең районда киң таралған. Быйылғы конкурсҡа үҙем яһаған селтәр, ҡашмау, хәситәләр алып килдем.