“Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһын наурыҙҙар дәррәү күтәреп алды.
Йәшмә ташы йом(о)ро түгел, Йәшмә ташы күп ҡырлы.
– тип йырлай Учалы районы Наурыҙ ауылының “Науырҙа йәшмәләре” фольклор төркөмө ағзалары. Күңелдәре йыр-моңға бай ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған төркөм бынан тиҫтә йыл элек ойошторола.
Иң тәүҙә клуб сәхнәһендә таҡмаҡтар йырлап тамашасы һөйөүен яулай улар. Ә бөгөн Наурыҙҙа ойошторолған бер генә байрам да, мәҙәни сара ла уларһыҙ үтмәй. Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, йор һүҙ менән ҡаршы алыу булһынмы, мәсеттә никах, бәпескә исем ҡушыу йолаһы үткәрелһенме – “Науырҙа йәшмәләре” һәр нәмәнең уртаһында ҡайнай.
Ижади төркөмгә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, шағирә Миңнур Байғарина етәкселек итә. Сценарийҙар авторы ла ул. Миңнур Хәлфетдин ҡыҙының тыуған ауылының күркәм тәбиғәтенә, эшһөйәр халҡына, данлы тарихына арнап яҙылған шиғырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
– Сценарийҙар төҙөгәндә бер туған апайым Гөлнур Заһированың кәңәштәренә ҡолаҡ һалам. Ғүмере буйы балаларға башҡорт теленән белем биргән тел оҫтаһының тәҡдимдәре урынлы һәм нигеҙле була, – ти етәксе.
Төркөмгә йөрөүселәрҙең иң йәштәре дүртенсе тиҫтәне тултырһа, һандуғастар көнләшерлек моңло тауышҡа эйә Фатима Ғиләжеваға – 70 йәш. Ошо ауылда тыуып үҫеп, шунда бәхеттәрен табып ғүмер кисергән Нилә Исламова, Рима Мирхәйҙәрова, Рәүзимә Кәримовалар ҙа – “Науырҙа йәшмәләре”нең иң актив ағзалары. Әйткәндәй, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Нилә Жәүҙәт ҡыҙы “Мәргән уҡсы” ярыштарында ла ҡатнаша.
Әҙилә Хөснуллина, Динара Ғабдрахманова, Таңһылыу Хилалова һәм Наурыҙ килене Гөлнара Шәйхисламова – ысын мәғәнәһендә сәнғәт кешеләре. Клуб мөдире Динара Хәлидар ҡыҙы – нәфис һүҙ оҫтаһы, художество етәксеһе Әҙилә Жәүҙәт ҡыҙы шәп йырсы булараҡ танылған. Ә Гөлнара һәм Таңһылыу ханымдар йәш сағында данлыҡлы “Ләйсән” халыҡ ансамблендә бейегән. Шуға күрә сығыштарҙы бейеү хәрәкәттәре менән байытыуҙа уларҙың өлөшө ҙур.
Гөлфирә Ғарипова, Йәмилә Солтанова, Зилиә Хөснуллина ла – Наурыҙ килендәре. Ғәжәйеп матур тәбиғәтле ауылға ерегеп бөткән улар. Талантлы, эшһөйәр, эскерһеҙ ауылдаштар егәрле килендәрҙе күптән үҙ иткән.
Ғөмүмән, сәхнәлә генә түгел, тормошта ла “Науырҙа йәшмәләре” балҡып йәшәй: ғаилә усағын һыуытмай, балаларына яҡшы тәрбиә биреп, тырышып донъя көтәләр, күптәре ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуана, хеҙмәт урындарында ла һынатмай.
Наурыҙ ауылы йәшмә ятҡылыҡтары менән дан тота. Ҡыҙғылт-көрән һәм йәшкелт төҫлө йәшмәләрҙән эшләнгән зиннәтле әйберҙәр Эрмитажда ла һаҡлана. Шуға бынан ике йыл элек төркөмгә исем эҙләгәндә, оҙаҡ уйлап тормай, ҡатын-ҡыҙҙар “Науырҙа йәшмәләре” тип нарыҡлайҙар төркөмдө.
Аллы-гөллө милли кейемдә сәхнәгә сыҡһалар, үҙҙәре лә сағыу йәшмәләрҙе хәтерләтә.
– Милли кейемдәрҙе үҙебеҙ хәстәрләнек: күрше Яңы Байрамғол ауылы оҫтаһы Хөснә Динисламова һәр беребеҙҙең үлсәмен алып, килешле итеп тегеп бирҙе, – ти Миңнур Байғарина.
“Науырҙа йәшмәләре” район, төбәк-ара кимәлдә лә уңышлы сығыш яһай. Былтыр мөнәжәт башҡарыусыларҙың район конкурсында – беренсе, Сибайҙа уҙғарылған төбәк-ара конкурстың “Нәсихәт башҡарыу” номинацияһында икенсе урын яулай улар. “Фольклорҙың бер көнө” район конкурсында ла алдынғылыҡты бирмәйҙәр.
Әле төркөм ағзалары июлдә Наурыҙҙан алыҫ түгел урынлашҡан Баҡшай яланында инде өсөнсө йыл уҙғарылып, күркәм йолаға әйләнгән “Сал Уралым” республика этно-фестиваленә әҙерләнә. Ауылдаштары – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле балетмейстер Рәйес Низаметдинов һалған “Биҙрә сиртеүселәр” бейеүен таҡмаҡтар әйтеп башҡарып, барыһын да хайран итмәксе улар.
– Сер түгел, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек: йорт хужалығы мәшәҡәттәре, ғаилә ҡарау, бала бағыу хәстәрлектәре һ.б. улар яуаплылығында. Фольклор төркөмө ағзаларының төп эштәренән тыш ваҡыт табып, ауылдаштарҙың тормошон йәнләндереүгә, онотолоп барған йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә, милли традицияларыбыҙға таянып йәш быуынды тәрбиәләүгә һалған тырышлығы тик маҡтауға лайыҡ. Ауылда, район кимәлендә ниндәй генә сара үткәрһәк тә, “Науырҙа йәшмәләре”нә таянабыҙ. Йәнтөйәктәре өсөн янып-көйөп, тырышып эшләгән дәртле, егәрле, күтәренке рухлы, абруйлы ысын хужабикәләр барҙа, ауылдарыбыҙ ҙа йәшәр, – ти Наурыҙ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Закир Ғарипов.
Гәзитебеҙ иғлан иткән “Коллектив менән – “Башҡортостан!”ға акцияһы тураһында ишеткәс, “Науырҙа йәшмәләре” фольклор төркөмө лә ситтә ҡалманы. Рухлы, замандан артта ҡалмай, гел яңылыҡҡа ынтылған ижади коллективтың һәр ағзаһына икенсе ярты йыллыҡта беҙҙең гәзит киләсәк. “Афарин”дан башҡа ни әйтәһең инде!