Бөтә яңылыҡтар

Наҙгөл Отузованы Мәскәүгә оҙатабыҙ

"Тауыш. Балалар" федераль проектында ҙур уңышҡа өлгәшкән башҡорт ҡыҙы Наҙгөл Отузова "Во весь голос" тигән шоуҙа сығыш яһаясаҡ.

"Тауыш. Балалар" федераль проектында ҙур уңышҡа өлгәшкән башҡорт ҡыҙы Наҙгөл Отузова "Во весь голос" тигән шоуҙа сығыш яһаясаҡ.


Телевизион проектта ҡатнашырға теләүселәр күп булһа ла, финалға 10 кеше генә һайлап алынған. Бөтә Рәсәй кимәлендәге мәртәбәле телевизион проектта республикабыҙ намыҫын Наҙгөл яҡлай.


Финал 12 июндә Мәскәүҙә RU.TV йыр-моң телеканалында көндөҙгө 12-лә үтә. Тапшырыуҙа шулай уҡ тамашасы һөйөүенә онлайн тауыш биреү уҙғарыласаҡ.


"Во весь голос" – үҫмерҙәргә үҙҙәренең һәләтен асыу мөмкинлеген биргән вокаль конкурс. Һайлап алыу туры Рәсәйҙең 85 төбәгендә ойошторолған. Был бәйге өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Унда Рәсәй, Азербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Латвия, Молдова, Тажикстан, Грузиянан, Беларусь Республикаһынан һәләтле үҫмерҙәр көс һынаша.

Яҡташыбыҙға уңыш теләйек!
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.