Александр Пушкиндың күптән классикаға әүерелгән үлемһеҙ әҫәрҙәрен балалар ҙа, ололар ҙа яҡшы белә. Күптән түгел, бөйөк шағирҙың тыуған көнө айҡанлы, Шаран ауылындағы Үҙәкләштерелгән район китапханаһында балалар өсөн театрлаштырылған махсус сара үтте.
Пушкиндың әкиәт геройҙары, гүйә, терелде: балалар төрлө әкиттәрҙе сәхнәләштереүҙә үҙҙәре лә ихлас ҡатнашты, ололар ҙа ҡушылды. Викторина һорауҙарына ихлас яуап бирҙеләр, “Тылсымлы Пушкин илендә” күргәҙмәһе менән таныштылар. Ошондай саралар рухиәтте байыта, балаларҙың ҡараштары даирәһен киңәйтә.