Әлеге мәлдә Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда Милли кейем байрамы башланырға тора.
Унда республикабыҙ район-ҡалалары ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә милләттәштәребеҙ йыйылған.
Араларында Пермь өлкәһенең ғәйнә башҡорттары ла бар. Улар үҙ төбәгенең милли кейемен Руденко китабынан өйрәнеп, ошо байрамға махсус рәүештә тектереп кейеп килгән!
Пермь башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге делегация - байрамдың күрке, милли асылыбыҙға тоғролоҡ һаҡлауҙың һоҡланғыс өлгөһө!