Дағстан шағиры, тәржемәсе Мамед Хәлилов бөгөн Дәүләкән районына сәфәр сыҡты. Бында ул башҡорт ауылдарын ҡараны, милли йолалар, милли аштар менан танышты. Яңы Яппар ауылы зыяратында ятҡан мәғрифәтсе шағир Сафуан Яҡшығолов ҡәберендә доғалар уҡыны.
Шағир Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында "Дим" әҙәби берекмәһе ағзалары, китапханасылар менән осрашты.
"Башҡортостан халҡына сикһеҙ һоҡланам. Улар ниндәй генә һынауҙарға дусар булмаған, әммә ерен, илен ташлап китмәгән. Шуға күрә лә башҡорт халҡының киләсәге ҙур!" – тине.
Ҡырк өйлө мең башҡорттары ҡор башы Филүс Хәлиуллин егерменән ашыу быуын вәкилдәренән торған шәжәрәһен күрһәтте. Ҡунаҡ бик һоҡланып ҡараны был күренешкә. "Күптән хыяллана инем, үҙемдекен эшләргә кәрәк!" – тине ул.