Бөтә яңылыҡтар

Тәбиғәт ҡомартҡыларын Францияла күрһәтәбеҙ

Әлеге ваҡытта Францияның Дордонь департаменты Лез-Эзи-де-Тайак-Сирей коммунаһындағы Тарихҡа тиклемге дәүер милли музейында Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡая рәсемдәренең һәм Янғантау, Торатау геопарктарының презентацияһы бара.

Дүшәмбе ошонда уҡ темаға ярашлы күргәҙмә асылып, 2020 йылдың 15 мартына тиклем дауам итәсәк.

Лез-Эзи-де-Тайак-Сирей коммунаһы тәүтормош кешеләре туҡталҡалары менән киң билдәле. Бында шулай уҡ Кроманьон мәмерйәһе бар.