Бөтә яңылыҡтар

Түбәнге үтәштәр өҙә баҫа!

“Дуҫлыҡ”, “Шаян”, “Шатлыҡ” ситтә лә билдәле.

“Дуҫлыҡ”, “Шаян”, “Шатлыҡ” ситтә лә билдәле.


Түбәнге Үтәш ауылы мәҙәниәт йорто Балаҡатай районының ошо тармаҡтағы иң яҡшы муниципаль учреждениеһы исемен йөрөтә. Уның эш һөҙөмтәләрен төбәктә үткән һәр сарала, байрам концерттарында, фестивалдәрҙә күрергә мөмкин. Шуныһы ҡыуаныслы: йыш ҡына призлы урындар яулауға өлгәшәләр.


“Дуҫлыҡ”, “Шаян”, “Шатлыҡ” балалар бейеү коллективтары үҙҙәренең дәртле башҡорт бейеүҙәре менән төбәктән ситтә лә билдәле.


Әйтергә кәрәк, балалар ансамблгә ҙур теләк менән йөрөй, сөнки уларҙың етәксеһе Резеда Сәфәрова — оҫта, тәжрибәле хореограф. Оҙаҡ йылдар йәш быуын күңелендә сәхнәгә һәм бейеүгә мөхәббәт тәрбиәләй, үҙҙәрен ысын артистарса тоторға, ҡаушамаҫҡа өйрәтә, халыҡ бейеүҙәрен тергеҙеү, һаҡлау буйынса байтаҡ эш башҡара.


— Ауыл балаларында сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүҙе төп бурысым тип ҡарайым. Бәлки, киләсәктә улар араһында оло сәхнәгә сыҡҡандары ла булыр, хатта донъя кимәлен яула­ғандары табылыр, — ти Резеда Сәфәрова. — Шуға ла бейеү менән шөғөлләнергә килгән һәр баланы ихлас ҡабул итеп, уның оҫталығын асырға тырышам.


Бөгөн биш йәштән 15 йәшкә тиклемге 60-ҡа яҡын малай һәм ҡыҙ “Дуҫлыҡ” ансамблендә шөғөлләнә. Түбәнге Үтәш ауылы йәш бейеүселәре “Еҙ үксә” балалар бейеү коллективта­рының республика конкурсында өсөнсө урын алһа, “Байыҡ” республика конкурсында финалға сыға. Йәш артистар “Өфө йылға буйы башҡорттары йыйыны” төбәк-ара фольклор, “Рус халыҡ йырҙары һәм таҡмаҡтары” төбәк-ара байрамдарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулауға өлгәшкән.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас: