Бөтә яңылыҡтар

Күрешеүҙән күңелдәре булды

Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәгән Байегетовтар араһы үҙ нәҫеленең шәжәрә байрамын үткәрҙе.

Фотолар “Бәйләнештә”ге Таулыҡай ауылы төркөмөнән.
Фотолар “Бәйләнештә”ге Таулыҡай ауылы төркөмөнән.
Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәгән Байегетовтар араһы үҙ нәҫеленең шәжәрә байрамын үткәрҙе.
Матур сара ошо заттың арҙаҡлы ир-уҙаманы, данлыҡлы уҡытыусы Усман Ғүмәр улының тыуыуына 125 йыл тулыуға ла арналды.
Ауылдағы был иң ҙур ара вәкилдәре бөгөн республиканың һәм илдең төрлө мөйөштәренә таралған. Туғандар ашҡынып тыуған төйәгенә йыйылды, нәҫел ептәрен барланы, һәр кем үҙ ғаиләһе менән яҡындан таныштырҙы.
Сара һуңында һәр ғаиләгә шәжәрә ағасы төшөрөлгән һүрәт таратылды, был бигерәк тә йәш быуын, балалар өсөн әһәмиәтле булды.
Ҡатнашыусылар матур сараны ойошторған аталы-уллы Ғәзиз һәм Фәйез Байегетовтарға ҙур рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: