Сарала шулай уҡ Саха (Яҡут), Чечен, Ингушетия республикаларынан, Кузбасс, Краснодар, Мәскәү, Саранск ҡалаларынан килгән йыр һәм бейеү коллективтары ҡатнашты. Башҡортостандан “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң, “Яугел” халыҡ ҡумыҙсылар һәм Учалының “Хазина”, “Яйыҡ”, “Йәйғор”, “Ҡалҡан”, “Ҡойон” ансамблдәренең сығыштарын да халыҡ көслө алҡыштарға күмде.