Һәр төбәктең йөҙөн билдәләгән күренекле шәхестәре була. Учалы ла бихисап ул-ҡыҙҙары менән дан тота. Шуларҙың береһе – бейеүсе, ҡумыҙсы, өзләүсе, хореограф, режиссер, хәҙер инде мәргән уҡсы ла, ғөмүмән, күп яҡлы талант эйәһе, эҙләнеүҙәрҙән туҡтамаған күренекле шәхес Рәйес НИЗАМЕТДИНОВ беҙҙә ҡунаҡта.
– Рәйес Йәүҙәт улы, гәзит уҡыусыларҙы тәү сиратта һеҙҙе сәнғәткә илткән юл ҡайҙан баш алды икәнлеге ҡыҙыҡһындыралыр...
– Учалы районының Наурыҙ ауылында алты балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Ижади һәләт миңә атай-әсәйемдән килгәндер. Атайым музыканан уҡытты, әсәйем башланғыс кластарҙа белем бирҙе. Атайыбыҙ мәрхүм булғанда миңә ете йәш кенә ине, үҫә төшкәс, унан ҡалған баянда уйнарға өйрәндем. Әсәйебеҙ ҙә йырға маһир булды, һигеҙенсе тиҫтәне ашаҡлаһа ла, әле лә халыҡ йырҙарын оҫта башҡара.
Етенсе класта уҡығанда, яңы мәктәп тамамлап, данлыҡлы “Ләйсән” ансамблендә бейей башлаған Закир Ғарипов ауылда бейеү ансамбле ойошторҙо. Бөтә класс менән унда йөрөй башланыҡ. Бейеү донъяһына юл һалған тәүге уҡытыусым тап ул булды.
– Һеҙҙең төп һөнәрегеҙ ауыл хужалығы менән бәйле...
– Эйе, унынсы класты тамамлағас, иң тәүҙә һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерҙем. Унда уҡығанда, “Ләйсән” бейеү ансамблендә шөғөлләнә башланым. Ошо ансамбль менән 1982 йылда тәү тапҡыр сит илдә – Германияла сығыш яһау бәхете лә йылмайҙы.
Шул уҡ йылда Совет Армияһы сафына алдылар. Хәрби бурысты үтәп ҡайтҡас, ауыл хужалығы институтының әҙерлек бүлегенә уҡырға индем. Ул йылдарҙа был уҡыу йортоноң бейеү ансамбле иң көслөләрҙән һанала ине. Шунда уҡ бейеүгә яҙылдым. Етәксебеҙ, Фәйзи Ғәскәровтың яратҡан уҡыусыһы Валерий Кантюков миңә бейеү серҙәрен, уны һалыу нескәлектәрен төплө өйрәтте. Алты йыл институттың халыҡ ансамблендә бейенем, шуларҙың өс йылында үҙем уҡытыусы-репетитор эшен алып барҙым. Ошо йылдарҙа ҙур тәжрибә тупланым – төрлө халыҡ бейеүҙәрен өйрәндек, республика, сит өлкәләр, илдәр буйлап сығыш яһаныҡ, үҙемдең тәүге ижад емештәрем дә ошонда барлыҡҡа килде. 1990 йылда институтты тамамлағанда, миңә “Зоотехник-умартасы” һөнәре менән бергә “Бейеү коллективы етәксеһе” тигән диплом да тапшырҙылар.
– Хеҙмәт юлығыҙ нисек башланды, һеҙҙе ауыл хужалығы хеҙмәткәре тип һис кенә лә күҙ алдына килтереп булмай...
– Уҡыуымды тамамлап ҡайтҡас, “Озерный” совхозында өлкән зоотехник булып эш башланым. Ике айҙан Уральск ҡасабаһы клубына директор итеп саҡырҙылар. Сәнғәт үҙенә тартты, риза булдым. Бер юлы балалар музыка мәктәбендә башҡорт фольклоры төркөмөн асып, үҫмерҙәрҙе ҡумыҙҙа, флейтала уйнарға өйрәтә башланым, бейеү ансамбле лә ойошторҙом.
Ҡасабала һәләтле балалар күп, уҡытыусылар ҙа етерлек, әммә музыка мәктәбе сиктәрендә генә эшләүе тығыҙ ине. Иҫке балалар баҡсаһы бинаһын юллап, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Елена Ғөбәйҙуллинаның ҙур тырышлығы менән бөгөнгө хәленә килтереп, “Ирәмәл” ижад үҙәген ойошторҙоҡ. Ҡурай, бейеү, йыр, фольклор, ағас семәрләү – ике тиҫтәнән ашыу бүлеккә йөҙҙән ашыу бала йөрөй ине..
Ҡурайсылар ансамбле лә һынатманы. Әйткәндәй, мин үҙем ҡурай уйнарға 28 йәшемдә генә Ғата Сөләймәновтың китабынан ҡарап, үҙаллы өйрәндем. Йәш ҡурайсылар менән Йомабай Иҫәнбаев призына үткән республика конкурсында беренсе урынды алдыҡ. Һарытау ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй дельфий уйындарында көмөш миҙал яуланыҡ.
2000 йылда Учалыла муниципаль филармония асылғас, эшкә саҡырҙылар. “Уралтау” бейеү ансамблен ойошторҙоҡ. Шулай уҡ филармонияның режиссеры һәм художество етәксеһе лә булдым. Бөгөн ул республикала берҙән-бер муниципаль филармония булараҡ үҫеш кисерә.
2011 йылда “Асы” шифаханаһына директорҙың дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп эшкә саҡырғастар, баш тартманым. Алты йыл был учреждениела ла эшләп алдым.
– Һеҙҙе күп бейеүҙәр авторы булараҡ беләбеҙ. Бейеү һеҙҙең өсөн нимә ул һәм уларҙы һалғанда ниндәй темаларға мөрәжәғәт итәһегеҙ?
– Бейеү – минең өсөн күңел сағылышы, үҙемдең уйлағандарымды, тойғоларымды халыҡҡа еткереү сараһы. Бейеү аша шәхестәрҙең ҡабатланмаҫ образдарын бирергә, халыҡты өндәргә, уятырға, сәмләндерергә мөмкин.
Бөгөн 60-лап бейеүем бар. Бейеүсе кеше сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ шәхес булырға, халҡының йыр-моңон, тарихын белергә, телен, мәҙәниәтен ихтирам итергә, нәфис әҙәбиәтте, спортты яратырға, тәрбиәле, күҙәтеүсән булырға тейеш. Тәүҙә мине тарихи тема ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. “Шәғәле Шаҡман”, “Сура батыр”, “Ҡарас сәсән”, “Муса Мортазин” ошондайҙарҙан. Тарихи бейеүҙәрҙе ҡуйыу еңел түгел. Тәүҙә шәхес менән яҡындан танышаһың, бының өсөн күп әҙәби, тарихи мәғлүмәтте үҙләштерергә кәрәк. Һуңынан күңелдә дөйөм бер образ тыуа.
– Һеҙҙең өсөн кемдәрҙең ижады өлгө булып һанала?
– Бейеү сәнғәтенән Рәшиҙә Туйсина, Мөхәмәт Иҙрисов, Риф Ғәбитов, Хашим Мостаевтарҙың ижади эшмәкәрлегенә һоҡланып бағам. Һәм, әлбиттә, мәшһүр Фәйзи Ғәскәров кимәленә мөмкин тиклем яҡын килтереп, тиңләшеп бейеүҙәр ҡуйырға тырышам.
– Һеҙ режиссер, хореограф булараҡ та танылыу яуланығыҙ.
– Йыл һайын район һабантуйҙарының режиссеры булдым. Бынан тыш, республика кимәлендә уҙған күп кенә байрамдарҙы сәхнәләштереү, ойоштороу форсаты тейә. Милли батырыбыҙҙың тыуған көнөнә арналған Салауат йыйындарында, Й. Иҫәнбаевтың, З. Биишеваның юбилей йылдары айҡанлы ойошторолған сараларҙың баш балетмейстеры, режиссеры булдым. Шулай уҡ “Байыҡ” телевизион конкурсының гала-концертында бер нисә йыл рәттән режиссерлыҡ иттем.
– Һеҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы, М. Мортазин исемендәге премия лауреаты. Ә үҙегеҙ өсөн хеҙмәттәрегеҙҙең юғары баһаһы нимәлә?
– Төрлө райондар, урындағы филармониялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәм – әленән-әле саҡырып торалар. Эшемдең һөҙөмтәһен күреү ҡәнәғәтлек тойғоһо уята, яңы идеяларға ҡанат ҡуя.
Республикала ғына түгел, бөтә донъяла билдәлелек яулаған Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарында “Ете ырыу”, “Комбриг Мортазин” исемле бейеүҙәремдең булыуы – минең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Шулай уҡ Сибай, Учалы, Нефтекама филармониялары артистары ла бейеүҙәремде башҡара.
Үҙем ҡуйған бейеүҙәрем менән сығыш яһап, “Байыҡ” телевизион конкурсында алдынғы урындарҙы алыусыларҙы күреү – үҙе ҙур баһа.
– Әлеге ваҡытта нимә менән мәшғүлһегеҙ?
– Мәҙәни саралар режиссеры булараҡ, район кимәлендә уҙғарылған бөтә саралар минең яуаплылыҡта. Бынан тыш, башҡа райондарға ла йыш саҡыралар.
Бөгөн халыҡ араһында этномәҙәниәткә иғтибар ҙур. Милли музыка ҡоралдарын пропагандалау маҡсатында бынан бер нисә йыл элек Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһам Байбулдин менән “Сал Урал” этнотөркөмөн ойошторҙоҡ. Сығыштарыбыҙҙы өзләү менән дә биҙәйбеҙ. Олатайҙарҙың тарих төпкөлөнән килгән сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ – өйрәнергә теләүселәргә оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрәбеҙ.
– Һуңғы ваҡытта һеҙ мәргән уҡсы булараҡ та танылдығыҙ, Учалыла традицион уҡ атыу кәсебен тергеҙеү, таратыу өсөн күп тырышлыҡ һалаһығыҙ...
– Эйе, боронғо кәсеп-шөғөлдәребеҙ менән бергә халҡыбыҙҙың уҡ атыу оҫталығын милли спорт уйыны булараҡ үҫтереү маҡсатында Учалыла ҙур эш башҡарыла. Ил-ырыу именлеген һаҡлаған Ҡарас батыр иҫтәлегенә уҙғарылған турнир республика ғына түгел, сит өлкәләр мәргәндәрен дә йыя. Күркәм традицияға әйләнгән “Мәргән уҡсы” фестивале быйыл дүртенсе тапҡыр үтәсәк. Зәйнулла ишан Рәсүлевкә бағышлап, балалар араһында уҙғарылған район уҡсылар турниры ла танылыу тапты.
Бөгөн Учалыла халҡыбыҙҙың милли шөғөлдәре менән ҡыҙыҡһыныу көслө, традицион уҡ атыу менән йөҙгә яҡын кеше шөғөлләнә. Егеттәребеҙ урындарҙа йә үҙ аҡсаһына, йә ярҙамдан файҙаланып, түңәрәктәр асты. Район хакимиәте етәкселеге лә башланғыстарыбыҙҙы хуплап тора, “Мәргән уҡсы” фестивалендә ҡатнашыу өсөн ян, уҡ-һаҙаҡ һатып алып бирҙе, ойоштороу эштәрендә ярҙам итә. Шәхси эшҡыуарҙар, был шөғөл менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың да ярҙамын тоябыҙ.
Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр. Уңыштар көттөрмәне – Учалы мәргәндәре республикала ғына түгел, сит тарафтарҙа ла танылды. Шәхсән үҙем былтыр I Бөтә Рәсәй төрки халыҡтары фестивалендә икенсе урынға сыҡтым, Ҡырғыҙстанда уҙған Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында дүртенсе һөҙөмтәгә өлгәштем. Әйткәндәй, Ҡырғыҙстанда, Ҡаҙағстанда милли спорт төрҙәренә дәүләт кимәлендә ҙур иғтибар бүленә, был илдәрҙә хатта этноспорт департаменттары эшләй. Беҙгә лә уларҙан үрнәк алып, боронғо шөғөлдәребеҙҙе тергеҙергә ваҡыттыр, сөнки бының әһәмиәте бик ҙур. Беренсенән, сәләмәт тормошто пропагандалау һәр саҡ яҡшы, икенсенән, уҡ-һаҙаҡ тотоу рухи хәтерҙе уята, үҙ асылыбыҙға ҡайтыуға булышлыҡ итә. Эскелек, наркомания, экстремизм кеүек сирҙәрҙең таралыуы әҙәм балаһының рухи тамырҙарынан айырылыу эҙемтәһе түгелме һуң?!
– Һәр уңышлы ир-ат артында ышаныслы ҡатын-ҡыҙ тора, тиҙәр. Тормош иптәшегеҙ, балаларығыҙ хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Дөрөҫ һүҙҙәр. Һәр башланғысымды хуплап, күтәреп алып ярҙам иткән, мине аңлаған, ғаилә усағын һаҡлаған йәмәғәтемә ҙур рәхмәт. Лилиә менән институтта уҡығанда таныштыҡ, ансамблдә бергә бейенек. Учалы халыҡ театры режиссеры булараҡ, ул да сәхнәнән төшмәй, конкурстарҙа ҡатнаша, спектаклдәрҙә уйнай. Һуңғы ваҡытта “Мәргән уҡсы” хәрәкәтендә лә уңышлы сығыш яһай. Айгөл ҡыҙыбыҙ “Нефтеоргсинтез” заводында лабораторияла эшләй, яңы ғына ғаиләле булды. Айназ улыбыҙ “Ҡурай” телеканалында тапшырыуҙар алып бара. Балаларыбыҙ икеһе лә сәнғәткә ғашиҡ, Айгөл – республика кимәлендә уҙғарылған бейеү конкурстары лауреаты. Айназ ҡурай буйынса республика конкурсында, “Байыҡ”та Гран-при яуланы, күптән түгел йырлай башланы, алып барыусы булараҡ та таныла бара. Икеһе лә уҡ атыу менән шөғөлләнә.
Ғаилә традицияларыбыҙ ҙа бар, тәбиғәт ҡосағында ла йыш булабыҙ: поход биштәрҙәре, ҡармаҡ, котелоктарыбыҙ һәр ваҡыт әҙер тора. Һалда ла ағабыҙ, тауҙарға ла үрләйбеҙ, урман-яландарҙы ла гиҙәбеҙ. Ғаиләһендә барыһы ла имен булһа ғына, кеше үҙен тулыһынса бәхетле тоя, эштәре лә ырамлы бара – был тәңгәлдә мин уңдым.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, яңы ижади үрҙәр һеҙгә!