Ҡырғыҙ Республикаһы кинематографистары тарафынан Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлиндең ҡаһарманлығы тураһында “Бейеклек 144,0” тип исемләнгән нәфис-документаль фильм экрандарға сыҡты.
Ошо көндәрҙә батырҙың тыуған төйәгендә – Учалы районының Сәфәр ауылында уның премьераһы күрһәтелде. Кинорежиссер Абдиш Айылчиев Еңеүҙең 75 йыллығына тулы метражлы нәфис фильм төшөрөләсәге, шуға күрә батыр ауылдаштарының фильм тураһында фекере бик мөһим булғанлығын белдерҙе.
Сәфәрҙәр иһә киноны ҡарағас, режиссерға тәҡдимдәрен, теләктәрен, фекерҙәрен еткерҙе, рәхмәт белдерҙе.