Бөтә яңылыҡтар

"Гәзит – күңелде дауалаусы"

Сираттағы “Аҙна бүләге” Ғафури яғына юлланды.

Сираттағы “Аҙна бүләге” Ғафури яғына юлланды.
Красноусол район дауаханаһының паллиатив бүлеге мөдире Зөлфиә Кәримова “Башҡортостан”ды тиҫтә йылға яҡын алдыра.
“Быйыл гәзиткә яҙылыу менән квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә булдым, – ти ул. – Һөҙөмтәлә яратҡан баҫмамдан бүләк алып ҡыуандым! Мин генә түгел, беҙҙең район дауаханаһының тотош коллективы йыл да “Башҡортостан”ға дәррәү яҙыла. Республика яңылыҡтарын, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән, төрлө шәхестәрҙең тормошон, бөгөнгө замандаштарыбыҙҙың көнкүрешен, ауылдарыбыҙҙың яҙмышын сағылдырған мәҡәләләрҙе яратып уҡыйбыҙ, улар буйынса фекер алышабыҙ”.
Зөлфиә Кәримова милли матбуғатты “күңелде дауалаусы” тип атай.
“Беҙ кешеләрҙең тән сәләмәтлеген ҡайғыртһаҡ, гәзит-журнал күңелдең бөтөнлөгөн хәстәрләй, рухыбыҙҙы һаҡлай”, – ти ул.
Дуҫыбыҙҙы бүләге менән ихлас ҡотлайбыҙ. Артабан да бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: