Башҡортостан
-27 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Июнь 2019, 18:09
Шәғәле Шаҡман йыя вариҫтарын
Белорет районының Ҡаһарман ауылы халҡы ҙур сараға әҙерләнә.
Фото nachinanie.ru
Белорет районының Ҡаһарман ауылы халҡы ҙур сараға әҙерләнә.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорттарҙың Рәсәйгә ҡушылыуына ҙур өлөш индергән Тамъян ырыуы башлығы кенәз Шәғәле Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыуға һәм Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына арналған сара 6 июлдә Ҡаһарман ауылы эргәһендәге Йылы шишмә аҡланында уҙа.
Тәүҙә урындағы зыяратта Шәғәле Шаҡмандың ҡәберенә сәскә һалынасаҡ (сәғәт 11-ҙә), унан сара Йылы шишмәлә дауам итәсәк. Ҙур йыйынға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ырыуҙаштарҙың килеүе көтөлә.
Байрамда Белорет районының үҙешмәкәр артистары, ижад коллективтары ҡатнаша, халыҡ уйындары, спорт саралары, конкурстар ойоштороласаҡ.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.