Бөтә яңылыҡтар

Берҙәмдең эше берәгәйле

Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы әлеге көндәрҙә мөһим мәшәҡәттәр солғанышында йәшәй.

Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы әлеге көндәрҙә мөһим мәшәҡәттәр солғанышында йәшәй.


Бөгөн улар Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә күрше төбәктән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып киләсәк ҡунаҡтарҙы ҡаршылай. Иглин һәүәҫкәрҙәре, фольклор коллективтары, силәбеләргә халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, йыр-моңло сығыштар тәҡдим итмәксе.


Район ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәүф Кәлимуллин алда торған башҡа эштәр менән дә таныштырып үтте:


– Ҡоролтай әүҙемселәре июль башында Дәүләкән районында уҙасаҡ Мең ырыуы йыйынында ҡатнаша. Ә 20 июлдә райондың Меңйетәр ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтәсәк. Уның барышында Иҫке Ҡарашиҙе ауылында дәүләт эшмәкәре, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында БАССР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе булып эшләгән Зиннәтулла Булашевтың яҡты иҫтәлегенә арналған таҡтаташ асыласаҡ.


Әйткәндәй, Рәүф Мирсәйет улы Иглин районына командировка барышында ойошторолған гәзиткә яҙылыу сараһына иң тәүгеләрҙән булып ҡушылып, икенсе ярты йыллыҡҡа “Башҡортостан”ға яҙылып, бүләкле булды.

Иглин башҡорттарына, урындағы ҡоролтайға һәр ваҡыт шулай берҙәм, рухлы булыуҙарын, алда торған мөһим эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: