Бөтә яңылыҡтар

Торатау байрамға көтә!

29 июндә Ишембай районында “Торатау йыйыны” республика байрамы үтә.

Фото: "Башинформ"
29 июндә Ишембай районында “Торатау йыйыны” республика байрамы үтәсәк. Сара тантаналы рәүештә сәғәт 4-тә асыласаҡ. Легендар тау янындағы майҙанда Башҡортостандың күп милләтле мәҙәниәте һәм йолалары менән танышыу өсөн халыҡ һәм ҡунаҡтар йыйыласаҡ.


“Торатау йыйыны” байрамы программаһы бик бай: тарихи ваҡиғаларға таянып яҙылған легендар сармат батшабикәһе Зарина (“Сарматтар вариҫтары”) тураһындағы театрлаштырылған тамаша, биҙәү-ҡулланма сәнғәт тауарҙары күргәҙмәһе һәм уларҙы һатыу, буҙа яһаусылар конкурсы, спорт ярыштары, милли уйындар, “Сармат алтынын эҙләү” квесты, балалар уйындары, “Ылаҡ” күрһәтмә сығыштары, “Мәргән уҡсы” бәйгеһе һәм башҡалар.


Киске сәғәт 7-нән “Toratay-party” тип аталған ҙур концерт башлана. Унда “Арғымаҡ”, “Бүреләр”, “Ҡурайсы”, “Каруанһарай”, “Далан”, “Бәхетле”, “Дан” төркөмдәре, RNT, МС Баш, Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ лазер шоуы көтөлә.


Тамашасылар 90-сы йылдарҙа меңәрләгән кешене йыйған һәм башҡорт рок мәҙәниәтен үҫтереүгә этәргес биргән “Дәрүишхан” төркөмөнөң терелеүенә шаһит буласаҡ. Кис сара популяр диджейҙар DJ Khan һәм DJ Fatikh ҡатнашлығындағы йәштәр дискотекаһы менән тамамланасаҡ.


Һәр теләгән кешене байрамға саҡырып ҡалабыҙ. Ойоштороусылар палаткалар ҡаласығы өсөн урын бүләсәк. Йыйын тураһында тулыраҡ мәғлүмәт https://kurultai.ru/ru сайтында.