Бөтә яңылыҡтар

Аҫабалар рухын һаҡлай улар

“Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Игенсе улы игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндер. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр. Мин, Аллаһтың ғәрип һәм көсһөҙ бәндәһе, бер тапҡан ваҡытымды вә хәл, вә форсатымды даими шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа указ алып вә йорт һалып, вә тормош кәрәк-ярағы һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үҙем тырышлыҡ һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын вә мәҙрәсәмдә ҡәбилә балаларын уҡытып, вә бөтә ауыл халҡынан артыҡ мәсет һәм мәҙрәсә араһында йөрөп, ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле кешеһе булып торамын…” – тип яҙған үҙ заманында мәшһүр мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой.

Автор фотолары.
Автор фотолары.

“Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Игенсе улы игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндер. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр. Мин, Аллаһтың ғәрип һәм көсһөҙ бәндәһе, бер тапҡан ваҡытымды вә хәл, вә форсатымды даими шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа указ алып вә йорт һалып, вә тормош кәрәк-ярағы һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үҙем тырышлыҡ һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын вә мәҙрәсәмдә ҡәбилә балаларын уҡытып, вә бөтә ауыл халҡынан артыҡ мәсет һәм мәҙрәсә араһында йөрөп, ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле кешеһе булып торамын…” – тип яҙған үҙ заманында мәшһүр мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой. Был ғәжәйеп шәхес үҙ ғүмерендә халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, ә Ирәкте (Ҡара Табын) башҡорттары шәжәрәһенең бер нисә вариантын яҙып ҡалдыра. Варианттарының береһе “Тәзкирәтен әл-әхуан вә әл-әхбаб” (“Туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү”) тип аталған, бында шағир үҙенең 18 быуын ата-бабаларын теҙеп күрһәтә. Шуға күрә бөгөн килеп, бына инде быуат ярым ғүмер үткәс, уның яҡташтары ғәм халыҡты хайран ҡалдырып, Республика шәжәрә байрамын ҡаршыларға йыйыныуына һис аптырарға түгел ине. Шулай ҙа һиҫкәнеп тә ҡуйыла: әҙерлек ниндәй кимәлдә булыр икән? Ҡайһы саҡта беҙ бит сараларға кәрәк булған өсөн генә йыйылабыҙ, ә күңел һалыу юҡ, үрҙән ҡушҡанға ғына тупланып алабыҙ. Тәтешлеләге байрамға өмөт ҙурлығын-ҙур ине ул, сөнки бында Бәхтигәрәй Арманшин кеүек милләттәштәребеҙ йәшәй. Моғайын, республика кимәлендә уҙасаҡ сараны улар үҙҙәре көтөп алғандыр әле.


Урман яҡтарында – ниндәй ҡеүәт!

Шырлыҡтарҙа күпме сер ята!


Тәтешле районындағы Шәжәрә байрамын ойоштороусылар – Республика халыҡ ижады үҙәге, Тәтешле районы хакимиәте.


Был сараны уҙғарылды, тип әйтеү генә аҙ! Бында ҡеүәтле милләтебеҙҙең боронғо шәжә­рәләре үҙ-ара һөйләште, шишмәләр сер бүлеште, төпкөлдәге ағастар: “Беҙ урман башҡорто булабыҙ!” – тип ҡобайыр әйтте!


Сараның режиссеры – Альмира Ҡыуатова, сценарий авторы – Марс Сәйетғәлин. Эйе, эйе, Салауат йыйындарын бөтә йөрәген, рухи көсөн, батырға мөхәббәтен һалып эшләгән Альмира Шәриф ҡыҙы бындағы театрлаштырылған тамашаны, һәр конкурсты халыҡҡа сығарыу, байрам төҫө биреү, милли асылды аңғартыу өсөн эшләгән команда менән сәнғәти, милли яҡтан етәкселек иткән. Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина әйткәнсә, баһалама комиссияһына тарих, шәжәрәләр, сәнғәт буйынса арҙаҡлы белгестәр йыйылды.


Филология фәндәре докторы, ғалим Миңле­ғә­ле Нәҙерғолов уҙған быуаттың 80-се йылдарынан уҡ шәжәрәләр тураһында яҙа, уларҙы халыҡҡа еткереү эше менән шөғөлләнә. Ғәли Со­ҡоройҙоң ижады буйынса ла төп белгес – ул. “Без урман башкортлары буламыз”, – тип яҙ­ған күренекле мәғрифәтсенең яҙмаларын халыҡҡа еткергән шәхес уның әҫәрҙәрен бөгөнгө әҙәби телгә ауҙарыусы ла. Соҡоройҙоң яҡташ­тары бөгөн дә теленә, еренә тоғро булып ҡала, төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы бында әле тап ошо яҡтың һөйләшендә иҫәнләшеп: “Исәнмесез!” – тип ҡымыҙ менән ҡаршы алды.


“Ғаиләм – минең ҡәлғәм” байрамына рес­публи­кабыҙҙың бер нисә төбәгенән талантлы, ғаиләнең дәүләтте тотоп торған төп институт икәнен тәрән аңлаған ғаиләләр йыйылғайны. Улар Башҡортостандың халыҡ артисы, хореограф Риф Ғәбитов етәкселегендәге баһалама ағзалары алдында бер нисә турҙа һынау тотто. Милли асылды күрһәтеүгә, тап ошо ерлектәге халыҡтың үҙенсәлеген сағылдырыуға йүнәлтел­гән ярышта һәр ғаилә ихлас булырға, мөмкин тиклем уларға ғына хас милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтергә тырышты. Нефтекама ҡалаһынан Хөс­нуллиндар ғаиләһе һәр ярышта милли моң­дар менән иҫтә ҡалһа, Асҡындан Ибраһи­мовтар заманса күренештәр, халыҡтар дуҫлы­ғына дан йырлау менән иғтибарҙы йәлеп итте. Хөснул­линдар һәр сығышында башҡортса йырлаһа, Ибраһимовтар мишәрсә лә, урыҫса ла, башҡорт диалектында ла башҡарҙы композитор әҫәр­ҙәрен. Краснокама районынан Ғилмәтовтар милли йолалары менән, бигерәк тә нигеҙ ташын һалыу үҙенсәлектәрен сәхнәгә алып сығып һоҡ­ландырҙы. Күптән күргән юҡ бындай күренеште, сөнки күп йолаларыбыҙ олатай-өләсәйҙәребеҙ менән уҙған быуаттарҙа тороп ҡала бара. Ә беҙ уларҙы бөгөн хәтер төпкөлөнән, кемдең зиһенендә нимә ҡалған, шуны иҫкә алып, тергеҙергә тырышабыҙ. Ярай әле ғилми китаптар, Аллаға мең шөкөр булған, башҡа бер халыҡта ла булмаған башҡорт халыҡ фольклоры тупланған. Беҙгә, башҡорттарға, бер ниндәй ят йола ла кәрәкмәй, башҡаларҙан ғөрөфтәр алып ҡайтып, шуларҙы халыҡҡа тағырға ла тырышыу дөрөҫ түгел, булғанын ҡәҙерләй, ҡуллана беләйек. Уҙған быуат ғалимдары фольклорҙы тергеҙеү, һаҡлау буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарған бит! Бөгөн дә фольклор экспедициялары ойошторолоп тора, уларҙа халыҡ ҡомартҡылары табыла. Көйөргәҙе районының Хәлитовтар ғаиләһенең бишек йыры бик матур булды. Бер ҡараһаң, ябай ғына нәмә ул бишек йыры, әммә ниндәй ҡөҙрәт, тамыр­ҙарға бәйләй торған ниндәй көс бар сәңгелдәк моңонда. Иҫем китеп тыңлап ултырҙым бишек йырҙарын, миңә лә бит әсәйем бала саҡта йырҙар йырлай ине. Шәхсән бишегем булмаһа ла, егермегә яҡын бала бәүелгән бишеккә мине лә һалғандар: Аллаға шөкөр, ана ниндәй түлле сәңгелдәктә тирбәлгәнмен, тип ҡыуанам бөгөн, бишектең ҡеүәтен аңлар йәшкә еткәс!


Тәтешле районынан Нуриәхмәтовтар, Ғилмәүетдиновтар ғаиләләренең сығышын һүҙ менән генә аңлатып булырмы икән?!. Уларҙы күрергә кәрәк. Улар – удмурт ғаиләләре. Күп милләтле Башҡортостанымда башҡа халыҡтарҙың үҙ йолаларын һаҡлап, анау хәтлем дәрт менән йәшәп ятҡандарында уларға ғына түгел, ата-бабаларымдың мәрхәмәтенә, киң күңелле булыуына ла һоҡланам мин! Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме: бына тотош ауыл тип әйтерлек туғандар һәм улар милли кейемдәрен тегеп, үҙҙәренең бишек йырҙарын йырлап, йолаларын күрһәтте. Милли биҙәүес­тәрҙе үҙҙәре эшләгән, бәләкәс кенә балаларын да кейендергәндәр. Ғилмәүетди­нов­тарҙан йәш ҡатын бишек йырын башҡарғанда шундай наҙ, йылылыҡ тойолдо: күрәһең, әсә йырлағанда, тел айырмаһы булыуға ҡара­маҫтан, уның йөрәк моңо һәр кемгә барып етә! Аҙаҡтан ойош­тороусыларҙан һорашып та ҡараныҡ, бәлки, улар махсус ойошторолған ансамблдер, тип. Юҡ, сәхнәлә сығыш яһаусылар – бер нәҫел кешеләре, хатта бер ғаилә ағзалары булып сыҡты. Тик шуныһы, глобалләшеү проблемалары, урбанизация удмурттарҙы ла урап үтмәгән. Уларҙың йәштәре лә, балалары араһында ла телде белмәгәндәр күп. Ҡалаға китеп, шунда төпләнеүселәр артҡан. Әммә улар барыбер үҙ милли йөҙөн һаҡлап ҡалыу өсөн кейемдәр тегеү, бәләкәстәргә йолаларҙы һеңдереү эшен алып бара. Өлгө алырлыҡ был удмурт ғаиләләре!


Ҡариҙелдә Камалиевтар ғаиләһе шәхсән минең өсөн асыш булды! Юҡ, мин беләм, был төбәктән билдәле журналистар Ришат Миңдийәров, Вәрисә Ниғмәтуллина, шағир Мөхәммәт Закиров, Фидаил Сафин сыҡҡан. Улар һәр сығышында төбәктәге башҡорт халҡының асылы, көнитмеше хаҡында яҙып, әйтеп тора, әммә бына ошо хәл-торошто фольклор материал менән сәхнәгә алып сығыу – үҙе бер ҡаҙаныш. Ғаилә ағзаларын бер-береһенә яҡынайтып торған өләсәй ейәндәре­нә һеңдереп, шәжәрәне артабан дауам итергә васыят әйтте. Уларҙың һәр сығышында еренә еткереп, башҡортлоҡто һаҡлау, уның өсөн йолаларҙы, телде, нәҫел-нәсәпте белеү кәрәклеге хаҡында тормоштан алынған миҫалдар нигеҙендә еткерелде. Бына был ғаилә менән тағы ла барып күрешергә кәрәк әле, улар төбәктең генә түгел, милләтебеҙ тотҡаһы, тип яҙып ҡуйғайным ҡуйын дәфтәремә!


Әбйәлил районынан килгән Ғәбитовтар ғаиләһе эшләгән ғәмәлдәре, тәбиғәт ҡомарт­ҡылары аша тыуған ерҙәренә, тыуған илгә һөйөүен сағылдырҙы.


– Беҙ ғаиләбеҙ менән тауҙарға артылабыҙ һәм һәр береһе ниндәй тарих, ниндәй риүәйәт һаҡлауы тураһында ҡыҙыбыҙға һөйләйбеҙ. Тәбиғәт ҡосағында ниндәй йолалар атҡарылған, шуны ла иҫкә алабыҙ! – тине ғаилә башлығы.


Был үҙенсәлекле конкурс баһалама ағзаларына ла бик оҡшаны. Беренсенән, ярыштар тәрән уйлап, конкурсанттарға милли асылдарын күрһәтерлек итеп әҙерләнгән. Икенсенән, ғаиләләр ошо талаптарға яуап бирерлек сығыштар менән ҡыуандырҙы.


Шулай итеп, Гран-приға – Ғәбитовтар, беренсе урынға – Нуриәхмәтовтар, икенсе урынға – Камалиевтар һәм Ғилмәтовтар, өсөнсө урынға Ғилмәүетдиновтар, Хәлитовтар, Хөснуллиндар лайыҡ булды. Ибраһимовтарға “Ижади ғаилә” номинацияһы бүләге тапшырылды.


Бындай ғаиләләре булғанда, уларҙа милли асылды тәрән өйрәнеү тағы ла артҡанда, республикабыҙ рухи яҡтан нығынырына ышаныс бермә-бер арта! Ә бөгөнгө глобалләшеү мәлендә был бик мөһим сифат!


Әйҙә, матур киленсәк,

Күрһәт һин киҫеп туҡмас!..


Йәш кәләштәрҙең фольклор-этник конкурсы “Йәш килен” тип атала ине. Улар “Мин һәм минең ғаиләм”, “Этнографик костюм”, “Йыр, шиғыр, бейеү”, “Килен сәйе” ярыштарында көс һынашты. Был конкурс та күңел йылылығы, килендәрҙең ентекле әҙерлеге менән үтте. Уларҙың һәр береһе малайҙар әсәһе булып сыҡты. Хатта өсөһө өс уландың әсәһе ине. Балалары ла бергә сәхнәлә сарала ҡатнашып йөрөнө, үҙҙәре бер йәм булып милли кейемдәрҙә әсәләре эргәһендә уралды. Ҡайһы берҙәре бигерәк бәләкәс ине шул.


Ә килендәр, ысынлап та, бигерәк матур һәм тәрән асыллы ине. Беҙ, баһалама ағзалары, уларға ғашиҡ булдыҡ. Бына һәр ҡайһыһы нимә­һе менән булһа ла таң ҡалдырҙы. Көйөргәҙе районынан Зөлфирә Билалова үҙен уңған килен тип танытты. Иплелек, түшелдерекле милли күлдәк уға ҡайһылай килешә ине бейеүен башҡарғанда. Дүртөйлөнән Юлиә Ғәлләмова Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” шиғырын һөйләп, һоҡланыу тойғоларын уятты. Әҙәби башҡорт телендә уҡыны ул был шиғырҙы. Афарин, Юлиә! Нефтекаманан Элиза Шәрәфетдинова ла һәр яҡлап үҙенең уңғанлығын асырға тырышты. Ул “Үткер килен” номинацияһында юҡҡа ғына билдәләнмәне, күрәһең. Ә бына Тәтешле районынан Гөлнара Ҡасимова “Үҙ төбәгенең милли аш-һыу оҫтаһы” номинацияһын яулауы берәүҙе лә ғәжәпләндермәгәндер. Ул бешергән ризыҡтарҙың иҫәбе-һаны юҡ ине, шул уҡ ваҡытта Гөлнара үҙҙәрендә генә әҙерләнгән кишерле шәңкә, сөсө икмәкте тәҡдим итте. Моғайын, был килендән ире лә, ҡәйнәһе лә бик ризалыр, анау хәтлем аш-һыуҙы нисек бешереп бөтмәк кәрәк!


Асҡын районынан килгән Юлиә Әхмәтғәлиева үҙен ҡул эштәренә лә, аш-һыуға ла оҫта итеп күрһәтте. Юҡҡа ғына уны ҡеүәтләргә килгән ҡәй­нәһе йылы һүҙҙәрен, маҡтауҙарын йәллә­мәне. Улар инде бер йыл ғына бергә йәшәмәгән, шуға күрә ҡәйнәнең маҡтауы ла килешеп тора. “Йыл йылламай, килен маҡтама”, ти бит халыҡ әйтеме. Анау хәтлем кеше алдында ҡәйнәнән яҡшы һүҙ ишетеү кемгә тәтей әле ул! Ошо урында үҙебеҙҙең ауылдағы бер әбейҙең әйт­кәне иҫкә төштө: “Ҡәйнә менән килен бер төптән булһа ғына ғаилә ныҡ була, һаҡлана ул!” – тигәйне. Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар. Арағыҙ йылыһы мәңге һаҡланһын, ҡәйнәле-киленле Әхмәтғәлиевалар!


Яңауыл районына беҙ Башҡортостан авто­номияһы өсөн көрәшкән Хәлим Әмировтың тыу­ған яғы тип ҡарайбыҙ, шуға күрә ошо төбәк­тән ҡатнашыусы киленгә лә илтифат менән баҡтым. Һөйләшенә, йолаларҙы тәрән аңлаты­уына ҡарап, был килен телде ныҡ яҡшы белгән төбәктәрҙең береһенәнме икән әллә, тип уйлап ҡуйҙым. Әлдә генә яңылышҡанмын: бик күп күренекле шәхестәр биргән Яңауыл ере ҡыҙы булып сыҡты Лилиә Нуруллина. Ана шулай, районына, ауылына ҡарамайынса, Башҡортос­тандың һәр башҡорто туған телен, шәжәрәһен яҡшы белергә тейеш!


Тәтешле районынан Эльвира Саҙретдино­ва­ның сығышын ҡарап, был килен, моғайын, бе­йеүселер, тип уйланым. Ысынлап та, уның мах­сус белеме бар, тинеләр. Белем булыу ғы­на түгел, бында тәбиғәттән бирелгән һығыл­ма­лылыҡ, сәхнә өсөн яратылыу ҙа. Йәнә лә Эльви­раның күлдәге бик үҙенсәлекле ине. Ул махсус рәүештә ошо сара өсөн тектергән икән был кейемде. Әйткәндәй, башҡа килендәргә лә Тәтешле килен­дәренең ке­йемен иҫтәренә төшөрөргә кәңәш итер инем. Башҡорт милли эт­ник күлдәге тап уларҙыҡы кеүек булырға тейеш!


Элекке һымаҡ стилләштерелгән, ялтырап-йолторап торған, осһоҙ тауарҙан тегелгән ке­йемдәр ваҡыты үтте. Бөгөн бөтә донъя этник мәҙәниәткә табан боролдо. Беҙҙең өләсәйҙәр ниндәй күлдәк кейгән, тап ана шундайҙы тер­геҙеп алырға кәрәк! Уйлап сығарылған кейемдә йөрөү һис килешкән эш түгел. Эльвираның кейеме, тәңкәләр менән биҙәлеше бик матур кү­ренде. Афарин, киленсәк! Бына һинең кеүек әҙер­ләнергә тейеш һәр кем кейем йәһәтенән был конкурсҡа!


Әбйәлил районынан килгән Лилиә Яныбаева ла тап өләсәһе кейгән күлдәкте тергеҙеп алған. Ай-һай, беҙҙең Лилиә килен ҡайһылай ғорур һын­лы, һынсыл ҡарашлы булып сыҡты! Сәхнәлә баҫып тороуҙары үҙе ни тора! Тәтешле райо­ны­нан Винария Минәева һәр сығышы һайын үҙенсәлекле телмәре менән иғтибарҙы йәлеп ит­те. Йәнә лә ҡайылған алъяпҡыстар, этник мил­ли күлдәк уның баһаһын тағы ла арттырҙы. Шуға ла ул Гран-приға лайыҡ булды. Афарин, Тә­тешле башҡорто! Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғырын тотто ла әҙәби башҡорт те­лен­дә уҡып ишеттерҙе. Ә сығыштарын һәр ки­лен үҙ төбәгенең диалектында алып барҙы. Ал­лаға шөкөр, диалект ти торғас, милләт­тәштә­ре­беҙҙе башҡорт теленең һәр диалектында, һөй­ләшендә ҡабул итергә өйрәнә башланыҡ бит!


Соҡоройҙоң васыяты бөгөн

Һәр башҡорттоң рухын уята!


Республика Шәжәрә байрамы сиктәрендә Тәтешле районында “Башҡортостан Респуб­ли­ка­һының төньяҡ-көнбайыш райондары халыҡ­тарында шәжәрәләрҙе өйрәнеү һәм һаҡлау юлдары” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Шуныһы ҡыуаныслы: сараға Рә­сәй төбәктәренән дә ғалимдар килгәйне. Том­скиҙан килгән Владимир Волковтың сығышы “Ге­нетика мәғлүмәттәренә ярашлы төньяҡ башҡорттарының барлыҡҡа килеүе” тип аталған доклады берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Әйткәндәй, был сығыштар интернет селтәренә лә һалынды. Ғалим, ҡанда һаҡланған мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, Майҡы бейҙең вариҫтары булған табындарҙың тамырҙары ла уртаҡ булыуын раҫланы.


Әйткәндәй, тәтеш­леләр данлыҡлы бей хаҡындағы театрлаш­тырған тамашаны шундай юғары рухи тантана менән әҙерләгәйне. Эйе, бында режиссер Альмира Ҡыуатованың роле ҙур, әммә уларҙың үҙҙәренән дә ниндәй тәрән ғорурлыҡ менән тарихи ваҡиғаларҙы сәхнәләш­тереүҙәре күренеп торҙо. Ете йыл барған ДНК тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә В. Волков һәм Альберт Кәримов (Пермь өлкәһе башҡорто) R1a-M198 гапло­төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуҙарын билдәләгән. Табын (һәр тармағы менән), Унлар, Балыҡсы, Танып, Күҙәй ырыуҙары, ошо уҡ ҡан билдәләре табылған Ҡошсо, Әйле, Һарт-Әйле, Дыуан-Әйле, Оло Әйле, Оло Ҡатай һәм Бала-Ҡатай ырыуҙары бер тамырҙан яралған. Ошо уҡ фекер, генетика нигеҙендә халыҡ хаҡында яңы мәғлүмәттәр табылыу тураһында сығыш яһаны Юлдаш Йосопов.


Билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары: үткәндәр һәм бөгөнгө дәүер” тип аталған сығышы тап ошо төбәк башҡорттарына, уларҙың тел үҙенсәлек­тәренә арналды. Әйткәндәй, был яҡҡа тарихсылар даими рәүештә сәфәр ҡыла. Йәнә лә “Баш­ҡорт ырыуҙары тарихы” китабы документаль нигеҙе менән халыҡты асылына ҡайты­рырға ярҙам итте. Яңыраҡ бөтә донъя менән башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ. Беләһегеҙме Тәтешле районында күпме кеше яҙған? 1406! Был бит бик шәп күрһәткес! Белмәйем, башҡа­лар нисек яҙғандыр, әммә бер ниндәй приказ­һыҙ, ҡурҡытыуһыҙ, хәйер-саҙаҡаһыҙ халыҡ үҙ теләге менән башҡорт теленә булған мөнәсәбәтен күрһәтергә килә икән, был күренеш халыҡтың үҙаңы уяныуы хаҡында һөйләй! Төбәк халҡы сәхнәгә сығып та, залдан ултырған килеш тә тарихсыларға юҡҡа ғына рәхмәт белдермәне! Быуындар бәйләнешен булдырырға ярҙам иткәнгә, кеше булараҡ паспортыңды – шәжәрәңде тергеҙеүгә булышлыҡ иткәнгә рәхмәт әйтә бит улар!


Пермь өлкәһенең Барҙы музейы директоры Альберт Мәхмүдовтың доклады “Тарих көҙгөһөндә Ғәйнә крайы” тип атала ине һәм күпселегендә ул төбәктәге һөйләшкә арналды. Ул ғәйнәләрҙең һөйләшен дә башҡорт теле тип таныуҙы һорай. Ошо уҡ фекерҙе Гәрәй ырыуы башҡорто Радик Бәхтиев тә “Төньяҡ башҡорттарының үҙенсәлеге” тигән сығышында дауам итте. Егеттәр һөйләштәргә ҡарап түгел, ә асылына, башҡарған эштәргә ҡарап милли үҙенсәлекте билдәләү яғында. Иҫке төрки теленә яҡын булған диалекттары фән тарафынан күптән танылһа ла, халыҡ араһында ике төрлө ҡараш уята ине. Әммә һуңғы йылдарҙа барыбер төньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшкән башҡорттарҙың үҙаңы уянып, милли асылына ҡайтыуына тап ошо егеттәр ыңғай йоғонто яһай, минеңсә.


Ғалим Миңлеғәле Нәҙерғолов шәжәрәләр, уларҙы өйрәнеү тарихы, Ғәли Соҡорой шәжә­рәһе хаҡында айырым туҡтап һөйләне. Әйткән­дәй, ул был хаҡта айырым йыйынтыҡ та сығарған, даими матбуғатта яҙып торған автор.


Шәжәрәләр конкурсы рәйесе Зөфәр Ғәти­әтуллин был сарала “Башҡортостандың административ-территориаль төҙөлөшө” тигән тема менән сығыш яһаны. Һуңғы йылдарҙа халыҡ күпләп шәжәрәһен өйрәнә, махсус белгестәргә мөрәжәғәт итеүселәр ҙә байтаҡ икән. Ошо хаҡта “Шәжәрә хәлдәре буйынса архивтарҙа эш” доклады менән тарихсы, ғалим Рәшит Аҡкөбәков телмәр тотто. Төрлө милләт вәкилдәре бөгөн үҙенең ата-бабалары тура­һында белешеп, фән әһелдәре менән бәйлә­нешкә сыға. Был хаҡта ғалим, социолог Илгиз Солтанморатов та әйтте. Уның “Замана шарттарында шәжәрә төҙөү үҙенсәлектәре” тип аталған доклады был тема менән ҡыҙыҡ­һыныусылар өсөн оҫталыҡ дәресе булараҡ та яңғыраны.


Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе, Шәжәрә байрамының идея авторы Гөлгөнә Баймырҙина шәжәрәләр төҙөү менән бергә ырыуҙар тарихының да байып ҡалыуы хаҡында әйтте. Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Әҙеһәм Фәрүәзетдинов, шәжәрәләрҙең йәштәр өсөн әһәмиәтен баһалап, “Уҡыусыларҙы ватансылыҡ рухында тәрбиә­ләүҙә шәжәрәләрҙең роле” тураһында һөйләне. Һәр сығыш мәғлүмәтле булыуы, халыҡсанлығы менән айырылып торҙо. Кешегә аңлашылмаған ят телдә һөйләмәне ғалимдар, киреһенсә, килгән һорауҙарға яуап биреп, шәжәрә буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, аңлатыу, ағартыу эше алып барҙы.


Шәжәрәләр конкурсына тәҡдим ителгән эштәрҙең мәғлүмәткә бай булыуына таң ҡалырлыҡ ине. Халыҡсан йырсы Хәниә Фәрхи – Тәтешле районы ҡыҙы. Уның шәжәрәһен ана нисек еренә еткереп эшләп ҡуйғандар! Башҡорт ҡыҙының нисәмә быуыны вәкилдәре сағыла был документта. Йырсы, нисәмә быуыны тик башҡорттарҙан торған Салауат Фәтхетдиновтың шәжәрәһен дә төплө эшләгәндәр. Әйткәндәй, Аҡсәйет ауылының был тарихи документы ауыл Советтары араһында ойошторолған конкурста беренсе урын алды.

Милли архив та Интернет аша Шәжәрә конкурсы ойошторған, унда тотош республика халҡы ҡатнашҡан. Бөгөн Шәжәрә байрамына иң-иңдәрен алып килгән ойоштороусылар. Идея авторы, Милли архив директоры урынбаҫары Нияз Сәлимовтың әйтеүенә ҡарағанда, шәхестәрҙең шәжәрәһен төҙөүгә ҙур иғтибар бирелгән. Ана, беҙгә шәжәрәләрҙән шағирҙар Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов баға, ғалимдар Нияз Мәжитов, Әнүәр Әсфәндиәров йылмая!..


Шәжәрәләр конкурсына йомғаҡ яһауы ла еңел булмағандыр баһалама ағзаларына, әммә улар был тарихи документҡа күҙ һалыу менән уның тәрәнлеген, уларҙы төҙөүҙә ғаилә ҡомартҡыларын, архив документтарын файҙаланыуҙы шунда уҡ күреп тора.


Тәтешле районының Яңғыҙнарат, Кәлтә ауылдарынан, Асҡын районынан А. Ғәниеваның, Ғафури районынан Р. Ишмырҙинаның шәжәрәләре – өсөнсө, Нефтекаманан А. Усманов, Яңауыл районынан А. Әхәтова, Түбәнге Балтас ауылы (Тәтешле) кешеләре төҙөгән шәжәрәләр – икенсе, Ҡариҙел районынан А. Камалиева һәм, алда әйткәнемсә, Аҡсәйет ауылы шәжәрәләре беренсе урынды яуланы! Афарин барығыҙға ла! Күпме күңел йылыһы, изге ниәт тупланған был эштәрҙә! Әйткәндәй, Айҙар Усманов кейеҙҙән әйберҙәр эшләй, ағас һырлай. Ул “Урал батыр” эпосынан персонаждар менән Нефтекама урамын биҙәргә йыйына. Уңыштар һиңә, оҫта! Ағастан эшләгән һындар ҡаланы биҙәп, рухи көс өҫтәп торһон!


Шәжәрәләр конкурсында Гран-при яулаған Бәхтигәрәй Арманшинды хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, ситтә йәшәгән милләттәштәр ҙә яҡшы белә. Ғалимдар уның оҙаҡ йылдар алып барған хеҙмәтенә, фиҙакәрлегенә таң ҡалды, һоҡланыуын йәшермәне. “Милләтенең рух­намәһен яҙыусы! Заман батыры! Ғәли Соҡоройҙоң лайыҡлы вариҫы!” – тиештеләр. Татарстан ерлегендә ултырған 11 ауыл башҡорттоң Ирәкте ырыуына ҡарай! Мәҫәлән, Мәләтамаҡ ауылының зыяраты ла бер нисә өлөшкә бүленгән икән, унда башҡорттарҙы элек-электән боронғо зыяратҡа ерләйҙәр. Пермь өлкәһенең Әржән ауылына ла барып тапҡан ул ырыуҙаштарын. Йылдың-йылы Тәтешле районында уҙғарылып килгән Ғәли Соҡоройҙоң тыуған көнөн уҙғарыу ниәте, сараны шәжәрәләрҙе байҡауға, яңылыҡтар менән уртаҡлашыуға арнау ҙа унан сыҡҡан. Афарин, Бәхтигәрәй Сәхипгәрәй улы! Нисәмә быуатты үҙ эсенә һыйҙырған бит ул төҙөгән шәжәрә ағасы! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатына лайыҡ булыуы ла – бик матур күренеш! Төбәктә халыҡтың аңын уятыуға, асылына ҡайтарыуға иң күп көс һалған кеше ул.


Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәевкә лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты тапшырылды. Шул тиклем юғары кимәлдә ойошторолған Шәжәрә байрамы өсөн беҙ ҙә рәхмәт әйтәбеҙ!

Заманында тыуған яҡты өйрәнеүсе Рауил Исламшин да шәжәрәләр менән бик ҡыҙыҡһына, төҙөй ине. Әйткәндәй, төбәктә уның исемен мәңгеләштереү һис зыян булмаҫ ине. Ваҡыт үтә, бына бит бер хыялый кеүек үҙ туҡһанын тылҡып, тәтешлеләр – улар башҡорттар, тип йөрөгән Рауил ағайҙың әйткәндәре лә бөгөн ҡайтанан документтар нигеҙендә раҫлана. Йәнең йәннәттә булһын, уҙаман!


Шәжәрә байрамы район һабантуйы менән бергә барҙы, хеҙмәт алдынғыларын ҡотла­ны­лар, бүләктәр тапшырылды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡотлауын иҡтисади үҫеш министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Лилиә Мәжитова еткерҙе. Шулай уҡ ҡотлау сәләмдәре менән ауыл хужалығы министры вәкиле Илһам Шакиров, мәҙәниәт министры урынбаҫары Айгөл Хәсәнова сығыш яһаны.


“Арғымаҡ” төркөмө сығыш яһаясағын белгән халыҡ яйлап ҡына сәхнә янына йыйылды. Улар бергә ҡушылып, Зәйнулла ишанға, Зәки Вәли­дигә, Шайморатов генералға арналған йырҙарҙы башҡарҙы, бейене, күңел асты, йөҙәрләгән телефон башҡорт йырҙарын төшөрөп торҙо. Шулай: нәҡ Ҡөрьәндең изге доғаһылай, шәжәрәләр яттан һөйләнә. Башҡорт тигән рухи тамға һуғып, быуындарға быуын бәйләнә.
Читайте нас: