Быуаттарҙы быуат алмаштырһа ла, Төньяҡ амурҙарының батырлығы әле һаман һәммәбеҙҙең күңелендә ғорурланыу хистәре уята.
Ошо тарихи үткәндәребеҙҙе киләсәк быуындарға ҡалдырырға теләгән Азат Ҡужин менән Айҙар Мәжитов кеүек егеттәребеҙҙең булыуы айырыуса һөйөнөслө.
– Ҡоролтайҙа башҡорт теле һәм Башҡортостан тарихы мәсьәләләре лә күтәрелер һәм хәл ителер тип өмөт итәм, – ти Өфөләге Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге музейҙың ғилми хеҙмәткәре Айҙар Мәжитов.
Ул сығышы менән Баймаҡ районының Өмөтбай ауылынан. Быға тиклем мәктәптә тарих теле уҡытыусыһы булып эшләгән.
Польшала йәшәгән билдәле рәссам Азат Ҡужин менән Айҙар Мәжитов Төньяҡ амурҙарының Бородинонан Парижғаса юлын бергә үткән. Ошолай рәссам менән тарихсы 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышындағы башҡорт батырҙарының тарихын ныҡлап өйрәнә.