Ер шарының төрлө ерҙәренән...

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Ер шарының төрлө еренән милләттәштәребеҙ йыйылған. Пленар ултырыш башланыр алдынан уларҙың бер нисәүһе менән аралашырға насип булды.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Ер шарының төрлө нөктәһенән милләттәштәребеҙ йыйылған. Пленар ултырыш башланыр алдынан уларҙың бер нисәүһе менән аралашырға насип булды.
Гөлиә Фазлетдинова Швециянан килгән.
"Ҡоролтайҙы юғары кәйеф, бәхетле кисерештәр менән ҡаршы алам, уға ҙур өмөттәр бағлайым, сөнки мин йәшәгән Скандинавияла әлегә башҡорт ойошмаһы юҡ. Шуға күрә, маҡсатым - милләттәштәребеҙҙе берләштергән ойошма төҙөү. Тормошомда ҙур әһәмиәткә эйә булған ҡоролтайҙа үҙемә кәрәкле мәғлүмәт туплаясаҡмын, һәм бында алған белемемде ҡайтҡас тормошҡа ашырасаҡмын", - тине ул.
Альбина Солтанова ҡояшлы Үзбәкстандан килгән. Кисә Испания, Англия кеүек илдәрҙәге башҡорттар менән таныштым, ти ул, һәм башҡорттарҙы донъяның төрлө төбәктәренән туплаған ҡоролтайға рәхмәт һүҙҙәрен юллай.
"Үҙем Үзбәкстанда тыуғанмын, әммә тамырҙарым менән Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылынан. Башҡорт ҡыҙы булыуым менән ғорурланам", - ти ул.
Лилиә Абдрахманова беҙгә океан аръяғынан килгән. Нью Йорк дәүләт университетын бөткәс, Стәрлетамаҡ ҡыҙы АҠШ-ла йәшәргә ҡала.
"Был сарала мин мәҙәниәт секцияһына яҙылдым, сөнки күптән башҡорт милли кейемдәре менән ҡыҙыҡһынам. Ошо юҫыҡта эшләгән оҫталарҙы тыңлағым, белемемде үҫтергем килә", - тине Лилиә.
Айнур Сәғитов ХМАО автономия округының Сорғот ҡалаһында йәшәй. Егет апрелдә үткән Йәштәр ҡоро тарафынан делегат булып килгән.
"Беҙҙә башҡорттар ойошмаһы бик уңышлы эшләп килә. Берҙәмбеҙ, төрлө саралар ойошторабыҙ. Йыл да һабантуй үтә. Беҙҙә шулай уҡ башҡорт теле мәктәбе лә әүҙем эшләй", - ти Айнур.
Фәниә Хисамова Приморский өлкәһенән. Уның да V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына өмөттәре ҙур, сөнки үҙе эшләгән урындағы башҡорт-татар ойошмаһына башҡорт мәҙәниәте, эшмәкәрлеге өсөн тәжрибә тупларға йыйына. 46 йыл Рәсәй сигендә йәшәгән Фәниә апай шул ерҙәргә әрме хеҙмәтен тултырырға килгән башҡорт егеттәре менән дә аралашып тора икән.
"Мин уларҙың рухын күтәрергә, тыуған яҡтарынан алыҫ булыу сәбәпле, болоҡһоуҙарын баҫырға тырышам, һалдаттарҙың башҡорт милләтенән булыуын хәтерҙәренә төшөрөп торам", - тине ул.
Читайте нас