V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Тарих һәм башҡортлоҡ” секцияһында бик күп фекерҙәр әйтелде, хатта бәхәсләшеп тә алдылар.
Тарихсы, республика Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин республиканың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы тарихи шәхестәрҙе мәңгеләштереү тураһында һөйләне. Эйе, был йәһәттән бик күп эш башҡарылды, байтаҡ яңы шәхес исеме ҡайтарылды. Райондарҙа таҡтаташтар, һәйкәлдар асылды, бик күп саралар үткәрелде.
Әйткәндәй, секция эшендә Чехия, Голландия, Швеция вәкилдәре лә ҡатнашты.
Голландия вәкиле Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Голландияла башҡорт хәрби кешеһенә ҡуйылған һәйкәл тураһында һөйләне. Был бик матур һәм сифатлы итеп башҡарылған ҡоролманы видео аша күрһәтте, һәм уны рәсми асыуға республика етәкселеген саҡырҙылар.