Ҡоролтайға Италияла ун йыл йәшәгән Гөлнара Нафиҡова ла килгән.
Ул үҙенең сығышында хеҙмәт миграцияһы тураһында һөйләне.
“Әгәр ҡатын ситкә китеп эшләй икән, был ғаиләнең нигеҙен ҡаҡшата, – тине ул. – Ни өсөн тигәндә, ир урынына аҡса эшләгән гүзәл зат үҙ иңенә оло яуаплылыҡ ала, көслө заттың бәҫе төшә”.
Ҡатнаш ғаиләләр ҙә нәҫелдең нигеҙен боҙа, ти Италияла йәшәгән яҡташыбыҙ. Ситтә ғүмер итһә лә, ул теленә, халҡына тоғро.