Шул иҫәптән республикала йәшәгәндәр – 288, Рәсәй төбәктәренән – 157, сит илдәрҙән 49 кеше саҡырылған. Унан тыш, ҡоролтай эшенә республика етәкселеге, район хакимиәте башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, депутаттар килгән.
– Беҙ был сараға ҙур ышаныс менән килдек, халҡыбыҙҙы борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү үҫешкә этәргес булыр тигән өмөтәбеҙ. Кәйефебеҙ яҡшы, – ти Баймаҡ районынан килгән делегаттар.