Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт рок-музыкаһына нигеҙ һалыусыға юғары баһа

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышындағы сығышынан һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бер төркөм лайыҡлы шәхестәребеҙгә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Фото: Instagram

Улар араһында "Дәрүишхан" рок төркөмөнә нигеҙ һалған, уның бар йырҙарына көйҙәр яҙған музыкант Альберт Ғаббасов та бар.

Альберт Марат улына "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" исеме бирелде.
Легендар "Дәрүишхан" төркөмөнөң сәхнәгә ҡайтыуы хаҡында яҙып үткәйнек инде. Улар бөгөн Торатау йыйынында сығыш яһаясаҡ, солистың исеме әлегә сер итеп тотола.