Бөтә яңылыҡтар

Мәргәндәр көс һынашты

Уларҙы бүләкләү йыйындың киске өлөшөндә буласаҡ.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Торатау йыйыны төрлө ваҡиғаларға бай.
Шуларҙың береһе - "Мәргән уҡсы" бәйгеһе.
Һыбай килеш уҡ атыу ярышы кисә лә үтте, мәргәндәр бөгөн дә үҙ-ара көс һынашып өлгөрҙө.
"Ҡатын-ҡыҙҙарҙан был шөғөлгә мин беренсе булып тотонғайным, хәҙер уҡ атҡан һылыуҙарыбыҙ күбәйҙе. Араларында олоһо ла, кесеһе дә етерлек", - ти Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Гөлгөнә Баймырҙина.
Мәргән уҡсыларҙы бүләкләү йыйындың киске өлөшөндә буласаҡ.
Читайте нас: