Легендар төркөм, тиҫтәләп йыл үткәс, йәнә сәхнәгә сыҡты.
Был иҫтәлекле ваҡиға "Торатау йыйыны" республика фольклор байрамында булды.
Тамашасыларҙың барыһы ла яңы солистың тауышы Дим Мәннәндеке менән шул тиклем дә оҡшашлығына хайран ҡалғандыр. Был мөғжизәне тыуҙырған егет - Ринат Зарипов. Яңы быуат башында ул "Шау-шоу" төркөмө йырсыһы булараҡ билдәле ине.
Таныш, танһыҡ йырҙар менән ҡыуандырҙы "Дәрүишхан"!