V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Мәҙәниәт һәм сәнғәт" секцияһында Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, Республика сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә Тулыбаева "Башҡорт халҡының матди булмаған мәҙәни мираҫын һаҡлау мәсьәләләре" темаһы буйынса сығыш яһаны.
"Илһөйәрлек туған телдән башлана, - тине ул. - Ата-әсә нигеҙендә бишек йыры, әкиәт, йомаҡтар ишетеп үҫкән, беҙгә хас булған көнкүреште күргән баланың тыуған еренең ысын патриоты булып китеренә өмөт-ышаныс бар. Бар донъяла халыҡтар араһында сиктәр юйыла, глобалләшеү барған осорҙа беҙ халыҡ булараҡ һаҡланып ҡалырға, йәшәргә тейешбеҙ".